ИКЕ ТАБИПТЫҢ КОРОНАВИРУС ТУРАҺЫНДА ӘҢГӘМӘ ҠОРҒАНЫ
Зубоволағы йоғошло ауырыуҙар госпитале табибы Глеб Глебов менән М.П. Кончаловский исемендәге Дәүләт клиник дауаханаһының МРТ һәм КТ диагностикаһы бүлексәһе мөдире табип Борис Бродецкий «Инстаграм» социаль селтәрендә тура эфирҙа коронавирусҡа ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Әңгәмә коронавирус тураһындағы байтаҡ уйҙырмаларға аңлатма бирҙе. 1. Коронавирустың тәүге билдәләре күренеү менән үпкәгә компьютер томографияһы үткәрергә кәрәкме? Б.Б: Коронавирус йоҡторғандарҙың 80 проценты ауырыуҙы еңел йә бөтөнләй бер билдәһеҙ үткәрә. Тимәк, был кешеләргә дауаланыуҙың кәрәге юҡ. 20 процентҡа – күҙәтеү, 5 процентына реанимация кәрәк була. Медицинала ауырыуҙың ахыры тигән төшөнсә бар. Һәйбәт ахыр — һауығыу. Күпселектә ковид ахыры ауырыу уртаһында ниндәйҙер манипуляциялар үткәреүгә бәйле түгел.
Табип КТ һығымтаһында үпкәнең еңелсә генә зарарланыуын билдәләһә, дауалау тактикаһы үҙгәрмәй. Клиникаға иғтибар ителә: әгәр пациентта хәүеф факторҙары — йәше 65+, астма, диабет, ХОБЛ, онкология — булһа, томографияға йүнәлтмә бирәләр. Ләкин был тикшереү коронавирус барлығын күрһәтмәй, диагноз ҡуйыуҙың берҙән-бер ысулы — ПЦР-тикшереү.
Шуны билдәләү мөһим: КТ ваҡытында кеше ҙур нурланыш ала, ул рентген-тикшереүҙән бер нисә тапҡырға көслөрәк. Ул – ионлаштырыусы нурланыу, бер файҙаһы ла юҡ. Көсөргәнеш рентгенға ҡарағанда 10 тапҡырға артыҡ. Әлбиттә, ул зыян сигенән күпкә әҙ, шулай ҙа тәғәйенләнмәһә, күрһәтелмәһә, үткәреү кәрәкмәй. КТ диагноз ҡуйыуҙың скрининг ысулы булып тормай. 2. Коронавирус йоҡторғандарҙың бөтәһендә лә пневмония буламы? Б.Б.: Бөтә пациенттарҙа ла түгел. Хатта 25 процентлы зыянланыу ҙа дауаханаға һалыуға нигеҙ була алмай. КТ талап итеп йүгерекләү — мәғәнәһеҙ эш. КТ-ны ваҡытынан алда эшләтһәң — коронавирус осрағына кәрәкле һаҡлыҡ күрһәтеүсәнлекте юғалтырға була. Етерлек нигеҙ булмайынса дауаханаға ятҡанда, вирустар өҫтәлеп, ысынлап та ауырып китергә мөмкин. Беҙ сатурацияны иғтибарға алабыҙ — минутына 22 тапҡыр һулыш алғандан тын быуылыу, пульсоксиметр күрһәткестәре. КТ ул критерийҙарҙың береһе генә булып тора, ә иң мөһиме түгел. Был ысулдың яҡшы яғы шунда: табиптар мәғлүмәтте тиҙ ала, ысулдың һиҙгерлеге юғары — пневмония булһа, беҙ уны күрәбеҙ. КТ шулай уҡ сортҡа айырыу ысулы булып хеҙмәт итә, айырыуса стационар шарттарында. Амбулатор дауаланыуҙа бының мәғәнәһе юҡ. Г.Г.: Коронавирус пневмонияһы күренеше ғәҙәти пневмониянан ни менән айырыла? Б.Б.: 2020 йылда «тоноҡ быяла» күрһәм, тимәк, был – вируслы һәм коронавируслы пневмония. Тоноҡ быяланы элек беҙ төрлө ауырыу ваҡытында күрә торғайныҡ, әле иһә уның менән осрашыу йышыраҡ коронавирусҡа бәйле. Г.Г. Флюорография буйынса пневмонияны күреп буламы? Б.Б.: Юҡ, ковид пневмонияһын билдәләп булмай. КТ һиҙгерлеге иһә 90 процент. Борис үҙе коронавирус үткәргәнен әйтте, ләкин үҙенә компьютер томографияһы эшләтмәгән, сөнки бының мәғәнәһен күрмәгән: температураһы 37 градус булған, тын ҡыҫылыуҙан йонсомаған. Изоляцияла ятҡан. Витаминдар һәм морс эскән. Табиптар йәнә пневмонияларҙы дауалағанда антибиотиктар ҡулланыу тураһында һөйләне. Г.Г.: Стационарҙа дауалау бар, амбулатор дауалау бар. Әле табиптар хәрби медицина осоронда йәшәй. Терапевтарҙың һәр кемгә айырым ҡараш булдырырға бер мөмкинлеге лә юҡ — медикаменттарҙы телефон аша, мессенджерҙар аша тәғәйенләү ҙә ҡулланыла. Әгәр цефтриаксон ярҙам итмәһә, левофлаксацин бирәләр. Шуныһы: 7-се тәүлеккә ул тәьҫир итеүҙән туҡтай. Шулай уҡ антибиотиктарҙы ауырыу башында бер ниндәй күрһәтмәһеҙ ҡулланыу зыян килтерергә мөмкин һәм ауырыу барышы ҡатмарлаша. Айырып әйтәм: әлеге пневмониялар ваҡытында үпкәнең зыянланыуы бактерияларҙан түгел, шыйыҡлыҡтан. Был осраҡта антибиотиктарҙың бер файҙаһы юҡ! Антикоагулянттар менән дауалайбыҙ. Б.Б.: Әлбиттә, амбулатор КТ үҙәктәрендә ҡан анализы яһайбыҙ, с-реактив аҡһым, прокольцитонин күләмен тикшерәбеҙ. Клиник билдәләргә өҫтөнлөк бирелә. Үпкәнең 60 проценты зыянланғанда ла сатурация (ҡандағы кислород) 98 процент (норма) кимәлендә булғаны бар. Кешене стационарҙан сығаралар.
Контроль КТ-ны ҡасан ҡабатларға? Б.Б.: Ҡағиҙә булараҡ, КТ-ла күргәнебеҙ клиника менән бәйле. Ләкин сирленең хәле яҡшырһа ла, тикшереү күрһәткесенең насар булыуы ихтимал — ғәҙәттә клиник картинаның КТ-нан ике аҙнаға ҡалышыуы күҙәтелә. Үпкәнең зыянлауы 25 проценттан кәм булғанда ҡабатлап тикшереү кәрәк түгел. Коронавирустан һуң үпкәнең һауыҡмауы тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ. Ауырыуҙың дөйөм тарихына ни бары алты ай, һәм ҙур тикшеренеүҙәр буйынса мәғлүмәттәр алына башланы ғына. Ғәҙәттәге көслө пневмонияларҙан да фиброз барлыҡҡа килә. Бөтәһе лә һәйбәт булһа, ҡабатлап тикшерелеүҙең һис кәрәге юҡ. Ныҡ зыянланған осраҡта, КТ-ны өс айҙан эшләтергә кәрәк. Г.Г.: Шуны аңлау мөһим: коронавирус — имгәтә торған әллә нәмә түгел. Эйе, үпкәһенә ҙур зыян килгән, 90 проценттан артҡан пациенттар бар, улар кислородҡа бәйлегә әйләнә. Ул сағында туғандары кислород концентраторҙарын өйгә ала, үҙе ҡайтарып ебәрелә, иң мөһиме – тере ҡалыу. Б.Б.: КТ1, КТ2 картинаһында беҙ кешенең һауығыу барышын күрәбеҙ. Яралар, фиброздар юҡ, коронавирус сәсәк кеүек түгел – үпкәлә эҙ ҡалдырмай, үпкә үҙ хәленә ҡайта. Глеб Глебов шулай уҡ гормональ препараттар тәғәйенләүгә аңлатма бирҙе. Терапевтар доксиметазон тәғәйенләй, ә шәкәр диабетлы пациенттарҙың ул шәкәрен күтәрә, был ауырыу барышын хөртәйтә. Г.Г. : Мәскәүҙә хәлдәр нисек? Б.Б.: Беҙ штабтан һәм киң мәғлүмәт сараларынан статистика алабыҙ — минеңсә, бөтә мәғлүмәт асыҡ. Үҫеш бара. Эштәр етдиме? Эйе. Г.Г.: Коронавирустан һуң тормошоң нисек үҙгәрҙе? Б.Б.: Яңы ғәҙәттәр барлыҡҡа килде. Ҡулыңды иғтибарҙа тотаһың – нимәгә ҡағылдың, уны нисек йыуаһың. Маска кейәбеҙ, контакттарҙы кәметәбеҙ. Көнкүрештә дөрөҫ тәртип — күҙгә ҡағылмаҫҡа, кәрәк урында маска, бирсәткә кейергә. Туғандарыңды, айырыуса 65 йәштән өлкәндәрҙе һаҡларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр фажиғә менән йөҙгә-йөҙ осрашмайынса быға иғтибар бирмәй. Был уйҙырма түгел, донъя хөкүмәтенең этлеге түгел. Хәлдәр етди, һаулығыңды һаҡлау өсөн үҙеңде аҡыллы тоторға кәрәк.