+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2020, 09:40

Малаяҙҙа яңы спорт майҙансығы төҙөлдө

Салауат районының Малаяҙ ауылында яңы спорт майҙансығы асылды. Ул ГТО программаһына ингән спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә йыһазландырылған. Майҙансыҡ «Демография» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.

Объектҡа ҡуйылған урам тренажерҙары, мускул үҫтереү һәм пресс көсәйтеү комплексы, швед диуары – һәммәһе спорт һәм физик культура һөйөүселәр уңайлығы өсөн эшләнгән. Имгәнеү ихтималлығын бөтөрөү өсөн майҙанға резина япма ябылған. Хәҙер малаяҙҙар асыҡ һауала күнекмәләр үтә ала.
ГТО майҙансығын төҙөүгә урындағы бюджеттан 322 мең һум бүленгән.
-------
Сығанаҡ: Өфө ҡалаһының Совет районы мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: