ҠУЖАН ҠАРАҒАСТАРЫН НИСЕК ДАУАЛАРҘАР?
Әбйәлил районы Ҡужан ауылындағы йөҙйәшәр өлпәк ҡарағайҙарҙы имгәтеү кемгә кәрәк булғандыр – ғәйеплеһен тапмайынса быны белеп булмай. Ҡарағастарҙың олоно бензинлы бысҡы менән әйләндереп бысып сығылған. Хәҙер уларҙы ҡотҡарып ҡалыу саралары күрелә. Улар тураһында «Башинформ» агентлығына Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов һөйләгән.
Чиновник белдереүенсә, Ҡужан ҡарағастарын дауалауға аҡса бүленәсәк.
Урындағы йәмәғәтселәр Мәскәү һәм Өфө ғалимдары менән ошо уникаль 11 ҡарағасты һауыҡтырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшләшкән, әлегә олондарҙағы йәрәхәттәрҙе ыҫмалалап, һауа үтмәҫлек итеп пленка менән уратырға ҡарар ителгән. Ағастар елдә аумаһын өсөн терәүҙәр ҡуйылған.
Ҡарағастар эргәһенә райондан, күрше-тирәнән тәбиғәт һөйөүселәр йыйылған, Сибайҙан БДУ филиалы ғалимы Илгиз Һөйөндөков килгән. Ул ағас ҡабығының ныҡлы зыянланыуы эҙемтәләре тураһында һөйләгән. Донъяла бындай осраҡтар булғылаған, әммә дауалау алымдары тураһында бер хәбәр ҙә юҡ икән.
Руслан Хәлилов урындағы урман хужалығынан яғыулыҡ-майлау материалдарына, техника ҡуртымлауға кәрәк тиклем аҡса бүленеүе тураһында әйткән. Енәйәтсене асыҡлау маҡсатында тәфтишселәр эшләй.