+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 12:36

ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТАРҒА ЛА КИЛЕП СЫҠҺАЛАР, ҺАУЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ҠАРАТЫП ҠАЛЫҒЫҘ

Башҡортостанда халыҡ өсөн файҙалы "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә барған сарала Күсмә һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре, ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.

Ә хәҙер – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр иткән һандар. Акция башланғандан алып йәмғеһе 30502 кеше ҡаралған, 19118 тикшереү, шул иҫәптән 13633 флюорография, 5485 маммография, үткәрелгән. 2119 кешенең ҡанында глюкоза кимәле күтәренке булыуы, 2006 кешенең ҡанында – артыҡ холестерин, 3906 пациентта юғары ҡан баҫымы, 2446 кешенең ауырлығы тейешленән артыҡ булыуы асыҡланған. 106 осраҡта – яман шеш, 146 – шәкәр диабеты һәм 33 туберкулез булыу ихтималлығы билдәләнгән.
Һаулыҡ торошо шик аҫтына ҡуйылған кешеләргә диагнозды раҫлатыу һәм дауаланыу өсөн артабан тикшерелеүгә йүнәлтмәләр бирелгән. Биш маршрутта йөрөгән бригадалар эшен тамамлаған.
Нефтекама маршруты, 3 ноябрҙә Дүртөйлө районында эшен тамамлап, 5 – 10 ноябрҙә Илеш районында дауам итәсәк. Табиптар килеүе тураһында ғәҙәттә район гәзиттәре аша халыҡҡа мәғлүмәт еткерелә. Ҡабул итеү «йәнле сират» буйынса бара. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы эшен быйыл 10 ноябрҙә тамамлай.
Читайте нас: