+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2020, 12:20

СӘЙӘХӘТСЕЛӘРГӘ ТАУ-ТАШ АРАҺЫНДА ЛА БИШ ЙОНДОҘЛО ОТЕЛЬ ШАРТТАРЫ БУЛДЫРЫЛЫР

2 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә тыуҙырылған шарттар тураһында һөйләне. Бындай ярҙам институттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү агентлығында тупланған, тине комитет етәксеһе, эшҡыуарҙарға төрлө хеҙмәттәр һәм булышлыҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Римма Бойцова белдереүенсә, быйыл федераль үҙәктән бүленгән аҡсаға Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экологик туризм үҙәге асылған, был йүнәлеш республикалағы традицион һөнәрҙәр нигеҙендә йүнселлекте үҫтереүгә, мауығыуҙар һәм кәсептәрҙе килем сығанағына әүерелдереүгә, шулай уҡ туризм өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға хеҙмәт итәсәк.

СӘЙӘХӘТСЕЛӘРГӘ ТАУ-ТАШ АРАҺЫНДА ЛА БИШ ЙОНДОҘЛО ОТЕЛЬ ШАРТТАРЫ БУЛДЫРЫЛЫР
2 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә тыуҙырылған шарттар тураһында һөйләне. Бындай ярҙам институттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү агентлығында тупланған, тине комитет етәксеһе, эшҡыуарҙарға төрлө хеҙмәттәр һәм булышлыҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә.
Римма Бойцова белдереүенсә, быйыл федераль үҙәктән бүленгән аҡсаға Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экологик туризм үҙәге асылған, был йүнәлеш республикалағы традицион һөнәрҙәр нигеҙендә йүнселлекте үҫтереүгә, мауығыуҙар һәм кәсептәрҙе килем сығанағына әүерелдереүгә, шулай уҡ туризм өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға хеҙмәт итәсәк.
Йәнә «Киләсәк фабрикаһы» инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда (Өфө, Тыныслыҡ урамы,14) Башҡортостан һөнәрселек коворкингы ойошторолған. Муниципаль субсидия ярҙамында тәүләп Салауат районында туристик коворкингҡа аҡса бүленгән. Акселерция буйынса милли проект нигеҙендә глэмпингтар акселерация программаһы эшләй башлаған. Глэмпинг ¬– ул тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн капиталь ҡоролмаларһыҙ ғына биш йондоҙло отелдәргә тиң шарттар тыуҙырыу. Мәҫәлән, бик йәмле төпкөлдәрҙә ҡарар күҙгә ябай ғына тойолған палаткалар ҡоролоп, эстәрендә уңайлы карауат һәм мебель, кондиционер, бәҙрәф менән душ булырға мөмкин. Донъяла был йүнәлеш киң үҫеш алған. Башҡортостанда ла туристар ҡарарлыҡ, бына тигән ял ойошторорлоҡ, әммә уңайлыҡтар булмаған күркәм урындар бик күп. Республикаға туристар ағымын арттырырға уйлаһаҡ, глэмпингты ла үҫтереү зарур.
«Киләсәк фабрикаһы» бик һөҙөмтәле эшләй. Римма Бойцова әйтеүенсә, шундайҙы тағы Сибайҙа асыу планлаштырылған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров комитеттың эшҡыуарлыҡҡа инфраструктура тыуҙырыу эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм «Киләсәк фабрикаһы»н шуның бер сағыу өлгөһө тип атаны. Төбәк етәксеһе 2021 йылдың майында Өфөлә тағы бер күләмле проект – IQ-парк юғары технологиялар технопаркы асыласағы тураһында белдерҙе.
Читайте нас: