+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2020, 12:13

БАШҠОРТОСТАН 26 МЕҢ ДОЗА ВАКЦИНА ҺАТЫП АЛҒАН

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты аша Башҡортостан медицинаһына ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса төшкөләп тора. Әле бына тағы бер ни тиклем аҡса күскән. Уны республика файҙалы ғына итеп тотонған. Нимә алдыҡмы?

БАШҠОРТОСТАН 26 МЕҢ ДОЗА ВАКЦИНА ҺАТЫП АЛҒАН
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты аша Башҡортостан медицинаһына ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса төшкөләп тора. Әле бына тағы бер ни тиклем аҡса күскән. Уны республика файҙалы ғына итеп тотонған. Нимә алдыҡмы? Үпкә шеше халыҡты йонсотҡан был заман өсөн бик кәрәк нәмә - пневмококк инфекцияһын иҫкәртеү өсөн 26 300 доза Превенар®13 вакцинаһы алынған. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказы менән вакцина медицина учреждениеларына таратып бирелгән һәм уны медицина хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән өлкән хрониктарға, үпкә сирлеләргә, ҡан әйләнеше системаһы һәм шәкәр диабеты ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡаҙарға ҡушылған.
Читайте нас: