+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2020, 21:11

ӨФӨЛӘ БЕРӘҮ ӘСӘҺЕН ҮЛТЕРГӘН

Енәйәттәр таҫмаһына тағы бер ваҡиға өҫтәлде. Өфөлә 49 йәшлек бер ир 84 йәшлек әсәһен үлтергән. Әбей ҡарт көнөндә үҙ улының ҡулынан теге донъяға китерен күҙ алдына ла килтермәгәндер.

ӨФӨЛӘ БЕРӘҮ ӘСӘҺЕН ҮЛТЕРГӘН
Енәйәттәр таҫмаһына тағы бер ваҡиға өҫтәлде. Өфөлә 49 йәшлек бер ир 84 йәшлек әсәһен үлтергән. Әбей ҡарт көнөндә үҙ улының ҡулынан теге донъяға китерен күҙ алдына ла килтермәгәндер. Әлеге лә баяғы эске ғәйепле. 3 ноябрҙә була был вәхшилек. Иҫерек ир әсәһенән араҡы таптыра. Әсәһе былай ҙа етерлек эскән улына араҡы биреүҙән баш тарта. Күҙе тонған ир таяҡ менән әсәһен туҡмарға тотона, таяҡ күберәк ҡарсыҡтың башына төшә. Әсәһен туҡмаған урында үҙе лә ауып йоҡлап китә. Иртән генә аңлай ул ни ҡылғанын. Шунан ҡатынына хәбәр итә, ә ҡатыны полиция саҡыра. Башҡортостан Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә*, ир ҡылғанынан баш тартып-нитеп тормаған, уны ҡулға алғандар һәм РФ Енәйәт кодексының 105-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡандар.
----------------------
* Эске эштәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарынан килгән материалдар, ниндәй йөкмәткеле булыуына ҡарамаҫтан, ҡулланыусыларыбыҙҙы иҫкәртеү, уларҙың ҡылыныуы мөмкин булған енәйәттәр, бәлә-ҡазалар һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡланыуҙы тәьмин итеү тәҡдиме менән баҫыла.
Читайте нас: