+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2020, 11:14

КЕСКӘЙ АРТИСТАРҘЫҢ ОҪТАЛЫҒЫ БАҺАЛАНДЫ

«Ҡыңғырауҙар сыңы»ның финалы быйыл сәхнәләрҙе яңғыратманы, сөнки йыл да үткәрелә торған республика балалар театр коллективтары фестивале беренсе тапҡыр онлайн-режимда үтте. Сара «Мәҙәниәт» милли проекты сараһы булараҡ ойошторолдо.

КЕСКӘЙ АРТИСТАРҘЫҢ ОҪТАЛЫҒЫ БАҺАЛАНДЫ
«Ҡыңғырауҙар сыңы»ның финалы быйыл сәхнәләрҙе яңғыратманы, сөнки йыл да үткәрелә торған республика балалар театр коллективтары фестивале беренсе тапҡыр онлайн-режимда үтте. Сара «Мәҙәниәт» милли проекты сараһы булараҡ ойошторолдо. Жюри ағзалары бер нисә көн буйына спектаклдәр менән видеояҙмалар аша танышты. Театр сәнғәте белгестәре коллективтарҙың эшен режиссер һәм актер оҫталығы, сценография, матди-техник тәьминәт һәм драматургия материалын һайлау критерийҙары буйынса тикшерҙе. Финалға үткән Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил, Балтас, Бишбүләк, Учалы, Илеш, Йылайыр, Ҡалтасы, Өфө райондарынан, Өфө, Салауат, Межгорье ҡалаларынан йәмғеһе 16 коллективтың сығышы ҡаралды һәм баһаланды. Фестиваль Гран-прийын Салауат ҡалаһынан «Арлекин» өлгөлө рус театр-студияһы яуланы. Фестивалдең иң шәп спектаклен режиссер Радик Ғәлиуллин ҡуйған. I дәрәжә лауреат дипломдарына Өфө балалар филармонияһының «РостОК» балалар шоу-театры (режиссеры - Алексей Вассерман); Балтас районы мәҙәниәт һарайының «Чаткылар» өлгөлө театры (режиссеры - Камилә Халикова) лайыҡ булды. Фестивалдең II-III урындарын яулаусылар һәм дипломанттар ҙа билдәле булды. Конкурс жюрийында республиканың билдәле театр сәнғәте оҫталары һәм белгестәре Татьяна Хәйбуллина, Мөсәлим Күлбаев, Александр Кузьменко, Әлмирә Ҡыуатова, Тәнзилә Ҡалмырҙина эшләне.
Читайте нас: