+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 10:43

ӨФӨ РАЙОНЫНДА БАЛАЛАРҒА ӨҪТӘМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ КИҢӘЙҘЕ

2020-2021 уҡыу йылында «Мәғариф» милли проектына ингән «Һәр баланың уңышы» тигән федераль проект нигеҙендә Өфө районы балалар ижады йорто базаһында өҫтәмә белем биреү буйынса 255 яңы бюджет урыны ойошторолдо. Бөгөн балаларҙың спорт йүнәлешендә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Улар «Саңғы», «Олимпионик», «Баскетбол», «Аҡ ладья», «Луч», «Йәш шахматсы» берләшмәләре араһынан үҙенә оҡшағанын һайлай ала.

ӨФӨ РАЙОНЫНДА БАЛАЛАРҒА ӨҪТӘМӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ КИҢӘЙҘЕ 2020-2021 уҡыу йылында «Мәғариф» милли проектына ингән «Һәр баланың уңышы» тигән федераль проект нигеҙендә Өфө районы балалар ижады йорто базаһында өҫтәмә белем биреү буйынса 255 яңы бюджет урыны ойошторолдо. Бөгөн балаларҙың спорт йүнәлешендә шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Улар «Саңғы», «Олимпионик», «Баскетбол», «Аҡ ладья», «Луч», «Йәш шахматсы» берләшмәләре араһынан үҙенә оҡшағанын һайлай ала. «Луч», «Йәш шахматсы», «Аҡ ладья» студияларына йөрөгәндәр шахмат уйнарға өйрәнә. Учреждение проектта ҡатнашыуы арҡаһында интерактив панель алыуға өлгәште. Өфө районы ауылдарындағы балалар ошо таҡта ярҙамында шахмат һәм шашка турнирҙарында ситтән тороп ҡатнаша. Шахмат уйыны, билдәле булыуынса, балаларҙың аҡыл-зиһен мөмкинлектәрен аса һәм үҫтерә, бала шәхесенә әхлаҡи, эстетик тәрбиә бирә, ихтыярын сыныҡтыра. «Олимпионик», «Баскетбол» студияларына тейешле спорт инвентары һатып алынып, балалар команда уйындарына өйрәнә, сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыла. Өфө районы балалар ижады йорто базаһында барлыҡҡа килгән яңы берләшмәләр уҡыусыларҙың төрлө яҡлы үҫешенә ҡулай мөхит тәьмин итә.
Читайте нас: