+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2020, 11:31

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ТӘҘРӘНЕ ВАТЫП...

Иртән эшкә килгәс, эшҡыуар ҡатын аптырап ҡала...

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ТӘҘРӘНЕ ВАТЫП...
Иртән эшкә килгәс, эшҡыуар ҡатын аптырап ҡала: тәҙрәне ватып, магазинына төшкәндәр. Хәмер, тәмәке һәм аҙыҡ-түлек урлағандар.
Кемдең ҡулы барҙы икән? Махмурҙан интегеп йөрөүселәрҙекеме, әллә төрмәнән баштары сыҡмаған бурҙарҙыҡымы?
Тәртип һағында тороусылар иһә төндә магазинды талаусыларҙың мәктәп уҡыусылары икәнен асыҡлай. Дүртәүҙәр. Иң ҙурына 15 йәш. Барыһы ла Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән. Балиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә тормайҙар. Береһе тәҙрә ватҡанда ҡулын яралаған. 16 мең һум самаһы тауарҙың бер өлөшөн соҡорға күмгәндәр.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле яңылыҡтарҙы мәлендә уҡырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: