+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 09:04

ИНТЕРНЕТ-МАГАЗИН АСЫРҒА ТЕЛӘҺӘҢ

Татьяна Бакальчук - Рәсәйҙәге иң эре интернет-магазиндың хужаһы. Уның Wildberries интернет-магазины хеҙмәттәрен ҡулланыусылар бик күп. Ҡалаларҙа был магазиндың кейемде кейеп ҡарау залдары асылған, Өфөлә лә күп улар. Һоратҡан әйбер ярамаһа, алыуҙан баш тартаһың. Кем һуң ул Татьяна Бакальчук? Wildberries'тың генераль директоры 45 йәшлек корей ҡыҙы Бакальчук (ҡыҙ фамилияһы - Ким) байлығы буйынса илдә ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды биләй. 2020 йылдың февраленә уның байлығы 1,4 миллиард долларлыҡ тип баһалана. Татьянаны телгә алыуыбыҙҙың хикмәте шунда: ул бер ниндәй терәү-таяуһыҙ,таныш-тоношһоҙ тигәндәй, үҙ көсө менән күтәрелгән. Әлбиттә, ире ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

ИНТЕРНЕТ-МАГАЗИН АСЫРҒА ТЕЛӘҺӘҢ
Татьяна Бакальчук - Рәсәйҙәге иң эре интернет-магазиндың хужаһы. Уның Wildberries интернет-магазины хеҙмәттәрен ҡулланыусылар бик күп. Ҡалаларҙа был магазиндың кейемде кейеп ҡарау залдары асылған, Өфөлә лә күп улар. Һоратҡан әйбер ярамаһа, алыуҙан баш тартаһың. Кем һуң ул Татьяна Бакальчук? Wildberries'тың генераль директоры 45 йәшлек корей ҡыҙы Бакальчук (ҡыҙ фамилияһы - Ким) байлығы буйынса илдә ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды биләй. 2020 йылдың февраленә уның байлығы 1,4 миллиард долларлыҡ тип баһалана. Татьянаны телгә алыуыбыҙҙың хикмәте шунда: ул бер ниндәй терәү-таяуһыҙ,таныш-тоношһоҙ тигәндәй, үҙ көсө менән күтәрелгән. Әлбиттә, ире ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Инглиз теленән уҡытҡан Татьянаның 2004 йылда беренсе ҡыҙы тыуа. Йәш әсә сабый менән репетиторлыҡ эшен алып бара алмай, аптырғас, аҡсаһыҙлыҡтан Интернет аша һатыу итергә тәүәккәлләй. Ул селтәрҙә Otto һәм Quelle немец каталогтары тауарҙарын тәҡдим итә. «Вайлдберриз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен 2006 йылда теркәтә. Wildberries инглиз теленән «ҡыр еләктәре» тип тәржемә ителә икән. Тәүҙә ҡыҙ һәр заказды почта аша үҙе төрөп, үҙе һалып ебәреп йөрөй. Тырышлығы менән эшен киңәйтә, магазины ҙурая, тиҙҙән бөтә илгә таныла. Ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Хәҙер интернет-магазиндар бик күбәйҙе. Уның ҡарауы ҡулланыусылар һаны ла торған һайын арта. Дәрт иткән һәр кем интернет-магазин аса ала. Әйткәндәй, тиҙҙән, 23 ноябрҙән алып 27-һенә тиклем көн һайын, 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы «Эшлекле кешеләр берлеге» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Минең бизнес» порталы менән берлектә «iShopStart – Нулдән интернет-магазина булдырыу» тигән онлайн-интенсив үткәрәсәк. Программа «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Курсҡа яҙылған һәр кем интернет-магазин асыу һәм алып барыу серҙәренә түләүһеҙ өйрәнәсәк. Ошонда теркәлергә: https://s-d-l.ru/online-intensiv-ishopstart/202011?utm_source=moybizrb02
Курста ҡатнашыусылар нимә менән һатыу итергә, кризис ваҡытында нимәләр үтемле, ниндәй хаталарға юлыҡмаҫҡа, тауарҙы ҡайҙан алырға, интернетта магазинды нисек асырға, ниндәй дизайн һайларға һәм тауар менән нисек тултырырға, һатып алыусыларға ниндәй сервистар тәҡдим итергә һәм башҡа бик күп һорауҙарға яуап аласаҡ, ADVANTSHOP майҙансығында интернет-магазин асыу, курьерҙар, сорттарға айырыу залының эше, онлайн-касса, интернет-эквайринг, түләү сервистары, эштең юридик яғы, реклама һәм башҡа нәмәләр менән танышасаҡ. Ҡатнашыусыларҙы Илья Тимошин, Алена Верес, Людмила Харитонова, Евгений Тимошин кеүек белгестәр уҡытасаҡ. Өйгә эштәр биреп, яңы белемдәрҙе нығытып барыу ҡарала.
Читайте нас: