+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2020, 11:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ТАЯҠ МЕНӘН

Ул көндө Гөлсөм әбей (исем үҙгәртелде) бәләгә юлығырын башына ла килтермәй.Әбейҙәр сыуағы. Көндөң матурлығына һоҡланып тыуған ауылы Инйәр урамы буйлап атлай. Көтмәгәндә кемдер йән-фарман йүгереп килеп ҡулындағы сумкаһына йәбешә, тартып алмаҡсы була.

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ТАЯҠ МЕНӘН
Ул көндө Гөлсөм әбей (исем үҙгәртелде) бәләгә юлығырын башына ла килтермәй.
Әбейҙәр сыуағы. Көндөң матурлығына һоҡланып тыуған ауылы Инйәр урамы буйлап атлай. Көтмәгәндә кемдер йән-фарман йүгереп килеп ҡулындағы сумкаһына йәбешә, тартып алмаҡсы була. 81 йәшлек әбей юғалып ҡалмай, сумкаһын ҡулынан ысҡындырмай, ҡысҡыра-ҡысҡыра икенсе ҡулындағы таяҡ менән үҙенә һөжүм итеүсегә һуғырға тотона. Әбейҙең асырғанып ҡысҡырған тауышын ишетеп, урамдан уҙып барыусылар ярҙамға ташлана, полицейскийҙар килгәнсе көпә-көндөҙ юл баҫҡан уғрыны ебәрмәй тора.
Әбейҙе таларға йыйынған, электән хөкөм ителгән 34 йәшлек ир полиция бүлегенә килтерелә, ул ғәйебен таный, сәйер ҡылығын аҡсаһыҙлыҡтан интегеү менән аңлата.
Ә Гөлсәм әбейҙең сумкаһында күпме аҡса булған һуң? 1 мең һум. Шуның өсөн тағы төрмәгә эләк инде...
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле яңылыҡтарҙы мәлендә уҡырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: