+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2020, 13:13

БАЙДЕН БАБАЙ МЕНӘН ТРАМП ҠАРТ ТАУЫШ БҮЛЕШӘ

Бөгөн иртән АҠШ-та президент һайлауҙарында ике кандидат та үҙҙәрен, президент итеп һайландым, тип иғлан итте. Әгәр тауыштар нисбәте буйынса ҡараһаң, икеһе лә хаҡлы һымаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы сәғәттәрҙә лә кемдең еңеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Трамп, мин һайландым, тип лаф орһа, Байден, мин еңдем, тип ҡыуана.

БАЙДЕН БАБАЙ МЕНӘН ТРАМП ҠАРТ ТАУЫШ БҮЛЕШӘ
Бөгөн иртән АҠШ-та президент һайлауҙарында ике кандидат та үҙҙәрен, президент итеп һайландым, тип иғлан итте. Әгәр тауыштар нисбәте буйынса ҡараһаң, икеһе лә хаҡлы һымаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы сәғәттәрҙә лә кемдең еңеүе аныҡ ҡына билдәле түгел. Трамп, мин һайландым, тип лаф орһа, Байден, мин еңдем, тип ҡыуана.
Әйткәндәй, кандидаттар хаҡында. 76 йәшлек Дональд Трамп үткән дүрт йылда үҙенең халҡының да, сит илдә йәшәүселәрҙең дә ҡотон осороп һәм маҙаһына тейеп бөткәйне. Уның дошмандары әйтеүенсә, әгәр Рәсәй ярҙам итмәһә, Трамп был вазифаға бер ваҡытта ла һайланмаҫ ине. Хатта дүрт йыл буйы барған тикшереүҙәр ҙә Трампҡа һайланырға Рәсәй ярҙам иткән, тигән шик-шөбһәне таратырға мөмкинлек бирмәне. Беҙҙең ярҙам булғандырмы, белмәйем, ләкин Трамп Рәсәйгә бер – теләктәшлек күрһәтә, икенсе ҡараһаң, санкциялар иғлан итә. Үҙенең һүҙендә тора белмәй. Бизнесмен президент вазифаһында ла үҙен табышҡа өмөт иткән эшҡыуар һымаҡ тотто. Һәр хәлдә, беҙгә уның менән еңел булманы, киләсәктә нисек булыр, быныһын инде Джо Байден, оҙаҡламай, 78 йәше туласаҡ бабай, хәл итәсәк.
Шундай ҡеүәтле һәм бай дәүләт өсөн ике йылдан 80 йәшлек юбилейын байрам итәсәк президент һәйбәтме, насармы, үҙегеҙҙең атайҙарығыҙға, әсәйҙәрегеҙгә, олатайҙарығыҙға һәм өләсәйҙәрегеҙгә ҡарағыҙ ҙа,тәрән мәғәнәле һығымта яһағыҙ. Юҡ, дәүләт пенсияны юҡҡа түләмәй. Джо Байдендың ҡайһы бер ғәмәлдәре американдарҙы ғына түгел, беҙҙе лә йоҡонан яҙҙырыуы бик ихтимал. Мәҫәлән, АҠШ-тың яңы һайланған президенты 5 минуттан, үҙе менән танышҡан кешенең исемен онота һәм эргәһендә ғүмер буйы булған кешеләрҙе танымай икән. Президент һайлауҙарына әҙерлек ваҡытында бер штатта үткән митингыла ул үҙен сенаторлыҡҡа һайланам икән, тип һөйләй башлаған һәм күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырған. Ә бер нисә көн элек үҙенең иң яратҡан ейәнсәрен бынан күп йылдар элек вафат булған улы менән бутаған һәм эргәһендәгеләрҙе тағы ла тәрәнерәк шөбһәләнергә мәжбүр иткән.
Күптәр, Джо Байден бик оҙаҡ ултырмаҫ, вазифаһын, һаулығы буйынса, көн элгәре ҡалдырыр, тип өмөт итә. АҠШ президенты эргәһендә атом ракеталарын осороусы кнопкалар тупланған сумаҙанды йөрөтә. Әгәр бер заман төндә, йоҡоһонан уянып, сумаҙандарын асып, кнопкаларына баҫҡылай башлаһа?
АҠШ-тағы етди сәйәсмәндәр, Байден оҙаҡ йонсотмаҫ, уның урынына вице-президент Камилла Харрис килер, тип өмөт итә. Ә был ханым АҠШ-та социалистик ҡарашлы сәйәсмән икән. Ә американдар социализмдан, СССР-ға ҡарағанда ла, нығыраҡ ҡурҡа. Сөнки был идеология хәҙерге тормоштарын Советтар союзы кимәленә төшөрөр, тип ҡурҡа. Ҡыҫҡаһы, колбаса 2 һум, 20 тин тора, ләкин ул сауҙа нөктәләрендә булмай.
Нисек кенә булмаһын, Джо Байден АҠШ менән идара итәсәк. Бөгөн яңы һайланған президентты халыҡ-ара кимәлдәге проблемалар түгел, коронавирус менән бәйле пандемия нығыраҡ борсой. Мәҫәлән, Европа илдәре Байдендың еңеүен еңел һулап ҡабул итте. Сөнки Трамп “Төньяҡ ағым – 2” газ үткәргесенә санкциялар индергәйне. Күп ҡалманы. Киләһе ғинуарҙың егермеһендә беҙ Трамптан ҡотолабыҙ һәм Джо Байден бабайҙың ,тәхеткә, ике аяғын да һөйрәп, килеп инеүен көтәбеҙ. Аяҡ һөйрәүгә килгәндә, һис тә көлөргә йыйынмайбыҙ. Һайлау ваҡытында Байдендан хәбәрселәр: “Ҡасан ике аяғығыҙҙы ла һөйрәп атлауҙы ташлайһығыҙ?” – тип һорағас: “Минең үҙемә шулай оҡшай һәм ерҙә ныҡ баҫып торорға ярҙам итә”, – тип яуап биргән. Әйткәндәй, беҙҙә мәҙәниәт шул дәрәжәлә юғары, ҡарт-ҡороноң кәмселектәренән көлөргә ярамай. Ул көндөң һиңә лә килеүе бик ихтимал. 78 йәшлек бабайҙан йүгереп йөрөүен талап итеп булмай инде. Йөрөһөн шунда, үҙ яйы менән. Иң мөһиме, беҙгә зыяны булмаһын. Рәсәйҙең барлығын онотмай, Президентының кем икәнлеген белһә, шул еткән.
Читайте нас: