ТӘГӘРМӘСЛЕ "СӘХНӘЛӘР" ЯҠШЫ КӘЙЕФ ТАРАТА 2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында Йылайыр, Баймаҡ, Ҡариҙел, Нуриман, Тәтешле райондары автоклублы булды. Автоклубты халыҡ «тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто» тип тә йөрөтә. Улар юлы булған теләһә ҡайһы төбәккә барып, агитация, мәҙәни саралар үткәреү, тамашалар күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Автоклубтарҙы белем биреү-ағартыу маҡсатында ла ҡулланырға була. Лекция уҡыу, музей һәм китапхана күргәҙмәләре ойоштороу, кино күрһәтеү, балаларға спектаклдәр ҡуйыу тиһеңме - һәммәһенә яраҡлы булып сыҡты был "мәҙәни" машина. Автоклубты сәхнәгә, китапханаға, кинотеатрға әйләндереп була, сөнки ул бөтә кәрәкле ҡорамалдар - сәхнә, тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалы, сымһыҙ микрофондар, микшерҙар, автономиялы энергия сығанағы - менән йыһазландырылған. Муниципалитеттар автоклубтарҙы тәү сиратта клубһыҙ ауылдарға йөрөтә, барыу графиктарын алдан төҙөп ҡуя. Ошо көнгә тиклем автоклубтар республика ауылдарына 71 тапҡыр сыҡҡан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 97 сара үткәргән, уларҙы 6 меңдән ашыу кеше ҡараған. Клубһыҙ ауылдарға килгән тамашалар халыҡ күңелендә йылы хис-тойғолар ҡалдыра, кәйефтәрен күтәрә. Ғүмерҙә бер артист аяғы баҫмаған төбәктәргә артистар килеп, кешеләрҙе ҡыуандырып китә.