+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 18:48

“АЛТЫН ТАУЫШ” ЭЙӘҺЕ КЕМ?

Башҡортостан ере таланттарға бай. Һәүәҫкәрҙәре лә, мәҙәни уҡыу йорттарында белем алып, профессионал булып киткәндәре лә күп. Конкурстар, ярыштар уларҙың иң-иңдәрен асыҡларға ярҙамлаша.

“АЛТЫН ТАУЫШ” ЭЙӘҺЕ КЕМ? Башҡортостан ере таланттарға бай. Һәүәҫкәрҙәре лә, мәҙәни уҡыу йорттарында белем алып, профессионал булып киткәндәре лә күп. Конкурстар, ярыштар уларҙың иң-иңдәрен асыҡларға ярҙамлаша. Мәҙәни йүнәлешле белем биреү учреждениеларында уҡыған йырсылар быйыл “Алтын тауыш” бәйгеһендә көс һынашты. Конкурс-фестивалде “Мәҙәниәт” милли проектындағы “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә Республика уҡытыу-методик үҙәге ойоштороп үткәрҙе. Ярыш талантлы балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау, дәртләндереп, үҫтереп ебәреү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ул дистанциялы форматта үтте. Конкурсҡа Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 200-ләп ғариза килде. Ҡатнашыусылар 9 йәш төркөмөндә “Академик башҡарыу”, “Халыҡ йырын башҡарыу”, “Эстрада йыры башҡарыу” номинациялары буйынса ярышты. Жюриға З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор Фәрзәнә Сәғитова рәйеслек итте. Сығыштарға баһа биреүҙә шулай уҡ республиканың танылған сәнғәт оҫталары һәм белгестәре Йәмил Әбделмәнов менән Светлана Слягузова ҡатнашты. Гран-приға Өфө сәнғәт институты студенты Григорий Князев лайыҡ булды. Шулай уҡ лауреаттар, дипломанттар асыҡланды. Конкурс-фестиваль йомғаҡтары буйынса еңеүселәр тураһында видеофильм сығасаҡ, ул Республика уҡытыу-методик үҙәгенең рәсми сайтына www.rumcrb.ucoz.ru ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: