+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2020, 18:53

ӘГӘР БЕР АУЫЛДА БЕР ТАУЫҠ ҠОШ КИҘЕҮЕНӘН ҮЛҺӘ, БЫЛ АУЫЛДА ҒЫНА ТҮГЕЛ, КҮРШЕ АУЫЛДАРҘА ЛА БӨТӘ ҠОШ-ҠОРТ ЮҠ ИТЕЛӘСӘК, ТИНЕ МИНИСТР

Бөгөн, 9 ноябрҙә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов ҡош-ҡортҡа янаған хәүеф тураһында һөйләне. Ҡош киҙеүе (птичий грипп) вирусы әле күрше төбәктәрҙә, атап әйткәндә Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә ҡотора, тине ул. Күршеләр әлегә был бик насар йоғошло сирҙе саҡ-саҡ йүгәнләп тора.

ӘГӘР БЕР АУЫЛДА БЕР ТАУЫҠ ҠОШ КИҘЕҮЕНӘН ҮЛҺӘ, БЫЛ АУЫЛДА ҒЫНА ТҮГЕЛ, КҮРШЕ АУЫЛДАРҘА ЛА БӨТӘ ҠОШ-ҠОРТ ЮҠ ИТЕЛӘСӘК, ТИНЕ МИНИСТР Бөгөн, 9 ноябрҙә, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов ҡош-ҡортҡа янаған хәүеф тураһында һөйләне. Ҡош киҙеүе (птичий грипп) вирусы әле күрше төбәктәрҙә, атап әйткәндә Татарстанда һәм Силәбе өлкәһендә ҡотора, тине ул. Күршеләр әлегә был бик насар йоғошло сирҙе саҡ-саҡ йүгәнләп тора. Ҡош киҙеүе бөтә ҡоштарға ла йоғоп бара, йорттоҡолар ҙа, һунар ҡоштары ла, хатта күгәрсен-турғайҙар ҙа унан ҡотолоп ҡала алмай. Уны эләктергән бер ҡош та иҫән ҡалмай. Рәсәйҙең 11 төбәгендә 75 вирус усағы бар, әлегә Башҡортостан территорияһы таҙа, тине министр, әммә оҙаҡҡа түгел. Шуға йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән аралашыуҙан һаҡларға, ҡырҙа йөрөтмәҫкә, ихатаға, хатта ситлектәргә ҡуйырға һәм оҙаҡҡа һуҙмай һуйырға кәрәк. Министрлыҡ етәксеһе әйтеүенсә, әгәр бер ауылда бер генә тауыҡ ошо ауырыуҙан үлһә, ул ауылдағы һәм күрше-тирәһендәге ауылдарҙа бөтә ҡоштар тулыһынса юҡ ителәсәк. Шулай уҡ ҡош-ҡорт сауҙаһы буйынса бөтә төбәк карантинға бикләнәсәк, ә был ҡошсолоҡ предприятиеларының, эре фермер хужалыҡтарының табышына ҙур зыян килтерәсәк, тине Илшат Фәйзрахманов. Башҡортостандың ветеринар хеҙмәтендә эшләгән «ҡыҙыу бәйләнеш» номеры: 8 800 775 58 28. Кинәт ҡош-ҡорт ҡырыла башлаһа, шунда шылтыратып, белгестәрҙән консультация алырға була.
Читайте нас: