Быйыл, билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең еңеүенә 75 йыл тулды. Оло байрам саралары йыл буйы дауам итә, сөнки һуғыш йылдарында күрһәтелгән тиңһеҙ ҡаһарманлыҡты халыҡ һис онотмай.
Башҡортостан ауыл-ҡалаларында һуғыш батырҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ҡуйылған һәйкәл-облескыларҙы яңыртыу, тирә-яғын тәртипкә килтереү, йәмләү эштәре йыл буйы дауам итте. Күптән түгел Яңауыл районы Ҡарман ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалғандар һәйкәлен реконструкциялау тамамланды. Эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барҙы. Уны Яруллина Л. Х. шәхси предприятиеһы тормошҡа ашырҙы. Иҫкеһе урынына яңы гранит һәйкәл ҡуйылды, уның әйләнәһен яңыртылған тротуарҙар, яңы рәшәткә, яңы ҡапҡа һәм яҡтыртҡыстар биҙәп тора. Эштәрҙе башҡарыуға 526 мең һум аҡса тотонолдо.