-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2020, 11:45

ҠАТМАРЛЫ ЗАМАНДАРҘА ЯРҘАМДЫҢ НИНДӘЙЕ ЛӘ ҠИММӘТ

Кризис шарттарында йүнселдәр предприятиеларын һаҡлап ҡалыу өсөн дә, үҫеш өсөн дә дәүләт ярҙамына мохтаж. Башҡортостанда эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү буйынса финанс инструменттары ҙур һорау менән файҙалана. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова белдереүенсә, республикала 7 меңләп йүнсел үҙ эшен үҫтереүгә льготалы программалар ярҙамын алған. Финанс ҡоралдары системаһы төбәктә йүнселлек милли проекты сиктәрендә үҫтерелә.

ҠАТМАРЛЫ ЗАМАНДАРҘА ЯРҘАМДЫҢ НИНДӘЙЕ ЛӘ ҠИММӘТ
Кризис шарттарында йүнселдәр предприятиеларын һаҡлап ҡалыу өсөн дә, үҫеш өсөн дә дәүләт ярҙамына мохтаж. Башҡортостанда эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү буйынса финанс инструменттары ҙур һорау менән файҙалана. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова белдереүенсә, республикала 7 меңләп йүнсел үҙ эшен үҫтереүгә льготалы программалар ярҙамын алған. Финанс ҡоралдары системаһы төбәктә йүнселлек милли проекты сиктәрендә үҫтерелә. Бындай ҡоралдарҙың береһе – Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығына ингән Гарантия фондының поручитель булып сығыш яһауы. Эшҡыуар банкҡа кредит һорап мөрәжәғәт итһә, унан түләү тәьминәте, йәки залог, талап итәләр. Уны биреү һәр кемдең ҡулынан килмәй. Шул арҡала кредит ала алмаусылар күп. Ошондай осраҡта, ти Агентлыҡ директоры урынбаҫары – Агентлыҡтың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү финанс ҡоралдары департаменты етәксеһе Азат Хәйруллин, – Гарантия фонды кредит алырға теләгән эшҡыуарға 1% йыллыҡ ставка менән поручителлек тәҡдим итә. Был программа буйынса 25 миллион һумға, айырым осраҡтарҙа 500 миллион һумға тиклем суммаға поручителлек бирелә. Банкҡа документтар әҙерләп тапшырыу етә, Гарантия фондына тағы бер документтар тупланмаһы әҙерләү талабы юҡ. Ҡарар тиҙ ҡабул ителә. Моноҡалаларға ҡарата айырым шарттар тәҡдим ителә. Был финанс хеҙмәтен, әлбиттә, теләгән берәү алырға хоҡуҡлы тип әйтеп булмай – кредит һораусы Башҡортостанда теркәлгән булырға һәм Башҡортостанда хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барырға, йәнә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестрына ингән булырға тейеш. Был программала Сбербанк, Промсвязьбанк, Промтрансбанк, СМП банкы, МСП банкы, Форштадт, Уралсиб, БР Төбәк лизинг компанияһы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм башҡа финанс ойошмалары Гарантия фондының партнерҙары булып тора. Быйыл йәмғеһе 600 миллион һумдан ашыу суммаға поручителлек тәьмин ителгән. Был эшҡыуарҙарға 1 млрд 300 млн һумдан ашыу үтес алырға мөмкинлек биргән. Тағы бер ҡорал – Лизинг фонды. Агентлыҡ 7 миллион һумға тиклем хаҡҡа махсус техника, ҡорамал алыуға 5 йылға тиклем мөҙҙәткә ½ төп ставкаға лизинг бирә. Әле йыллыҡ ставка – 2,125%, был башҡа финанс учреждениеларыныҡынан байтаҡҡа әҙерәк. Өсөнсө инструмент – Инвестиция инициативаларына булышлыҡ итеү фонды. Ул 2/3 төп ставка менән 500 мең һумға тиклем үтес бирә, мөҙҙәте – 3 йылға тиклем. Бындай шарттар менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 3-сө ҡат. Телефон: +7 347 224-99-99 https://gf-cmbrb.ru/
Читайте нас: