+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 17:00

БАШҠОРТОСТАНҒА ГРИПҠА ҠАРШЫ ВАКЦИНА ҠАЙТАРЫЛДЫ

Республикаға өлкәндәргә һалыу өсөн 10 мең доза грипҡа ҡаршы СОВИГРИПП® вакцинаһы алынды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказы менән уны республиканың медицина ойошмаларына хроник сирлеләргә, шул иҫәптән үпкә ауырыулыларға, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, метаболик сырхауҙарҙан яфаланыусыларға һәм үтә һимереп киткәндәргә һалыу өсөн таратып бирелде.

БАШҠОРТОСТАНҒА ГРИПҠА ҠАРШЫ ВАКЦИНА ҠАЙТАРЫЛДЫ Республикаға өлкәндәргә һалыу өсөн 10 мең доза грипҡа ҡаршы СОВИГРИПП® вакцинаһы алынды. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказы менән уны республиканың медицина ойошмаларына хроник сирлеләргә, шул иҫәптән үпкә ауырыулыларға, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, метаболик сырхауҙарҙан яфаланыусыларға һәм үтә һимереп киткәндәргә һалыу өсөн таратып бирелде. Быйыл Башҡортостанға халыҡҡа ҡаҙау өсөн йәмғеһе 1 532 763 доза грипҡа ҡаршы вакцина алынды, шул иҫәптән балалар өсөн – 364 183 доза СОВИГРИПП вакцинаһы, өлкәндәр өсөн – 1 168 580 доза СОВИГРИПП вакцинаһы.
Читайте нас: