Фаршты табала ҡурырға ла, үҙ һутындағы томатты (йә помидор) турап һалып, һуты быуланып осҡансы быҡтырырға.
Батонды (йә багетты) буйлай уртаға киҫеп, йомшағын алырға ла духовкала 2-3 минут киптереп алырға. Йәшел тәмләткестәрҙе, ваҡ шаҡмаҡ итеп сырҙы турарға. Ҡурылған фарш менән помидорҙы батонға тултырырға ла, өҫтөнә тәмләткестәр менән сырҙы һибеп, бер нисә минутҡа духовкаға ҡуйып алырға ғына ҡала. Ризыҡ әҙер.