ВИРУСЛЫ КИҪКЕН АУЫРЫУҘАР МИҘГЕЛЕ: БЕР-БЕРЕҺЕНӘН НИ МЕНӘН АЙЫРЫЛАЛАР Көҙ-ҡыш заманында кешегә әле грипп, әле ОРВИ йәбешеп бара. Хәҙер тағы тажлы вирусы өҫтәлде. Яңы вирус бар донъяны үҙенә ҡаратты. Әммә Роспотребнадзор иҫке “таныштарҙы” ла онотмаҫҡа кәңәш итә. Тажлы вирус килеү менән дә, ОРВИ менән грипп сәхнәнән төшмәне лә баһа. Уларҙан да һаҡланыу, эләкһә, дөрөҫ дауаланыу кәрәк. Бер-береһенән ни менән айырыла улар? Роспотребнадзор аңлата. ОРВИ, йәғни киҫкен респиратор вируслы ауырыу «һалҡын тейҙереү», «тымаулау» тип тә йөрөтөлә. Ул ғәҙәттә өҫкө һулыш алыу ағзаларын (танау, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ) зарарлай. Тын алғанда организмға эләккән вирустарҙан башлана. ОРВИ-ға хас билдәләр: сирҙең яйлап ҡына башланыуы, тән температураһы күтәрелеүе (38°С-ҡа тиклем), тымаулау, танауҙан бик еүешләнеп тороуы, сөскөрөү, тамаҡ ауыртыу. Дөйөм алғанда, хәүефле ауырыу түгел, кеше 7-10 көндән һауыға, билдәләре 2 аҙнаға тиклем дә һаҡланыуы бар. Һалҡын тейеүҙән махсус вакцина юҡ. ОРВИ-ҙан айырмалы грипп көҙҙән яҙға тиклем «эш итә», һыуыҡта етеҙ тарала. Грипп вирусының әүҙем штамдары йылдан-йылға үҙгәреп тора. Шуға грипҡа ҡаршы йыл һайын яңы вакцина сығарыла. Гриптың билдәләре: киҫкен башланыу, ҡоро йүтәл, тән температураһы 40°С-ҡа тиклем, өшөү, мускулдар һыҙлау, баш ауыртыу, тамаҡ ауыртыу, танауҙан ағып тормаһа ла, тымаулау, хәлһеҙлек, ул ике аҙнаға тиклем дауам итә, шулай уҡ күңел болғаныу, ҡоҫоу, эс китеү мөмкин. Грипп өҙлөгөүҙәре менән яман. Иммунитет көсһөҙләнеп, үпкә шешеп китеүе, башҡа хәүефле ауырыуҙар башланыуы ихтимал. Уларҙың үлемгә сәбәпсе булыуы ла бар. Грипп бигерәк тә бәләкәй балаларға, ҡарт-ҡороға, ауырлы ҡатындарға, көсһөҙ иммунитетлы кешеләргә, үтә һимеҙҙәргә ҡурҡыныс. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға кәрәк. Грипты һәм ОРВИ-ны иҫкәртеү Гриптан һәм уның өҙлөгөүҙәренән һаҡланыу сараһы – эпидемия осоро башланғанға тиклем вакцина һалдырып ҡалыу. Грипп һәм ОРВИ шәбәйеп киткәндә күп кешеле урындарға барыуҙан тыйылып тороу хәйерле. Ҡулды йыш йыуырға, дезинфекциялаусы сара менән эшкәртеп торорға тәҡдим ителә. Биткә, танауға, күҙгә һәм ауыҙ тирәһенә ҡул тейҙермәҫкә тырышығыҙ. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы вирустан һаҡлау маҡсатында маска ҡулланығыҙ.