Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Йыл буйы тикшеренеүҙәр бара, һәм әле эш Екатеринбург судында ҡарала. РФ Енәйәт кодексының һигеҙ статьяһы буйынса бара енәйәт эшен тикшереү. Төп фигурант – Өфө ҡалаһында йәшәгән Земфира Ғәйнуллина. Уны кешеләрҙе, балаларҙы туҡмау, язалау менән шөғөлләнгән сектаны ойоштороуҙа ғәйепләйҙәр. Уның менән бергә дини ойошманың тағы ике ағзаһы хөкөм ителә.
Ғәйнуллина ойошма ағзаларын балаларға ҡаты булырға, саҡ ҡына тыңламаһалар ҙа, тән язаһы бирергә өндәй. 2017 йылдың декабрендә сектаға ингән бер ир, ошонда алған “белемдәрен” ҡулланып, 7 һәм 12 йәшлек ике улын гел туҡмай, язалай, яфалай, ә ике йылдан бәләкәйен үлтереп, кәүҙәһен урманға илтә.