+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 09:10

COVID-19-ҒА БИРГӘН АНАЛИЗ ҺӨҘӨМТӘҺЕН ХӘҘЕР ОНЛАЙНДА АЛЫРҒА МӨМКИН

Бынан ары республикалағы дәүләт поликлиникаларында тапшырылған анализдарҙың, шул иҫәптән COVID-19-ға үткәрелгән тестарҙың һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Берҙәм медицина порталында белешергә мөмкин. Был яңылыҡ менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы таныштырҙы. Анализ һөҙөмтәләрен белеү өсөн түбәндәге аҙымдарҙы үтегеҙ: 1. Аҡыллы телефонығыҙға «К-Врачу» ҡушымтаһын тейәгеҙ йә компьютерығыҙҙан түбәндәге һылтанма буйынса инегеҙ: https://doctor.bashkortostan.ru . 2. «Госуслуги» аша танылығыҙ. 3. «Медицинская карта» бүлеген асығыҙ. 4. «История» һалынмаһын асығыҙ. Тапшырған анализдарығыҙҙың һәм тестарығыҙҙың һөҙөмтәһен ошонда табырһығыҙ.

COVID-19-ҒА БИРГӘН АНАЛИЗ ҺӨҘӨМТӘҺЕН ХӘҘЕР ОНЛАЙНДА АЛЫРҒА МӨМКИН Бынан ары республикалағы дәүләт поликлиникаларында тапшырылған анализдарҙың, шул иҫәптән COVID-19-ға үткәрелгән тестарҙың һөҙөмтәләрен Башҡортостандың Берҙәм медицина порталында белешергә мөмкин. Был яңылыҡ менән Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы таныштырҙы. Анализ һөҙөмтәләрен белеү өсөн түбәндәге аҙымдарҙы үтегеҙ: 1. Аҡыллы телефонығыҙға «К-Врачу» ҡушымтаһын тейәгеҙ йә компьютерығыҙҙан түбәндәге һылтанма буйынса инегеҙ: https://doctor.bashkortostan.ru . 2. «Госуслуги» аша танылығыҙ. 3. «Медицинская карта» бүлеген асығыҙ. 4. «История» һалынмаһын асығыҙ. Тапшырған анализдарығыҙҙың һәм тестарығыҙҙың һөҙөмтәһен ошонда табырһығыҙ. Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, поликлиника регистратуралары пациенттарҙың шылтыратыуҙарына яуап биреп өлгөрмәй. Сервис уларға һөҙөмтәләрҙе белешеүҙе ябайлаштырасаҡ һәм уңайлы итәсәк. Тик шуныһын иҫтән сығармағыҙ: порталға мөрәжәғәт итеүҙәр һаны бик күп булғанлыҡтан уның эшендә тотҡарлыҡтар булыуы мөмкин. Был осраҡта ҡушымтаны йә сәхифәне ҡабат йөкләгеҙ. Порталда анализ һөҙөмтәләрен алыуҙан башҡа, табиптарҙың эш графигын белергә, табип ҡабул итеүенә яҙылырға, кәрәкле медицина учреждениеһын йә табипты табырға мөмкин.
Читайте нас: