+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 15:12

ҺЕҘГӘ БЫЛ БЕРӘЙ НӘМӘНЕ ХӘТЕРЛӘТМӘЙМЕ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ВКонтакте”лағы сәхифәһенә бер фото ҡуйып, селтәрҙе файҙаланыусыларға ошо һорауҙы биргән. Хәтерләтә, әлбиттә, был бит беҙҙең ковид госпиталенең төҙөлөп ятҡан мәленән төшөрөлгән фото, тиер күптәр. Әммә яңылышыр.

Фото Силәбеләге төҙөлөштән төшөрөлгән. Баҡһаң, унда Башҡортостандағы ковид үҙәге проекты буйынса госпиталь һалып яталар икән. Радий Хәбиров Рәсәйҙең тағы тиҫтәләгән субъектында проектҡа ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүҙәрен яҙа һәм, күп төбәктәр күгенән башҡорт ҡурайының сәскәһе күренер әле, тигән ышаныс белдерә.
Радий Хәбиров Башҡортостанда, Стәрлетамаҡта, ҙур етеҙлек менән тағы бер госпиталебеҙ төҙөлә башлауын да телгә ала.
Читайте нас: