Быйыл 15–16 ноябрҙә онлайн режимда Бөтә Рәсәй экология диктанты үткәрелә. Ул Бөтә донъя Ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү көнөнә бағышлана. Уны бөтә Рәсәйҙә яҙасаҡтар. Башҡортостандар ҙа проектта ҡатнашыуға саҡырыла. Акция рәсәйҙәрҙең экологик белемлелеген һәм мәҙәниәтен күтәреүгә, экологик ғилемдәрҙе арттырыуға хеҙмәт итәсәк. Ул «Экология» милли проекты маҡсаттарын күҙҙә тота. 2020 йылдың 1 октябрендә диктантты ойоштороусыларҙың рәсми сайтына ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм эшкәртеү, һыу ресурстарын һәм һауаны һаҡлау, урмандарҙы янғындан һаҡлау, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең юғалып барған төрҙәрен һәм айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау мәсьәләлре буйынса ентекле видеоҡулланмалар, әсбап материалдары урынлаштырылды. Экодиктант яҙғандарҙың барыһы ла, йыйылған балдары һанына яраш, ҡатнашыусы йә еңеүсе сертификаты аласаҡ. Еңеүселәргә һәм диктантты ойоштороуға өлөш индергән ирекмәндәргә уҡыу барышында файҙаһы тейерлек ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Экодиктант алдынан өс ижади конкурс үтә: Экодиктант порталына урынлаштырыу өсөн иң яҡшы экологик видеодәрес; Экодиктанттың иң яҡшы слоганы, ул проекттың визит картаһы буласаҡ; Экодиктантта ҡатнашыусыларға биреләсәк иң шәп һорау. Конкурс эштәрен
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә.