Башҡортостан территорияһында ҡош киҙеүе осрағы табылһа, төбәк тотошлайы менән именһеҙ тип табыла, карантин шарттары урынлаштырыла. Республиканан ҡошсолоҡ продукцияһын (тере ҡошто ғына түгел, һуйылғанын да, йомортҡаһын да) сығарыу тыйыла. Тимәк, республикалағы Благовар тоҡомсолоҡ заводы, «Индюшкин», «Башкирский бройлер» предприятиелары ҙур зыян кисерәсәк, сөнкм улар продукцияһын Рәсәй төбәктәренә лә, сит илдәргә лә һата.
Ауыл халҡына ҡош-ҡортон бикләп аҫрарға кәрәк. Йылға-күлдәргә сығармаҫҡа, ҡырағай ҡоштар тирәһенә ебәрмәҫкә, ҡош аҙығын тикшерелмәгән осраҡлы урындарҙан һәм кешеләрҙән алмаҫҡа, һимертелгән өйрәк-ҡаҙҙарҙы тиҙерәк һуя һалырға кәңәш ителә.
Ҡош-ҡортоғоҙҙа шикле билдәләр күренһә, ветеринария хеҙмәтенә 8 800 775 58 28 номеры буйынса түләүһеҙ шылтыратып, белгестәрҙән консультация алырға була.
Лаборатория тикшереүе менән ҡош киҙеүе диагнозы раҫланһа, ауырыу ҡош табылған ауылда бөтә ҡош-ҡорт махсус инъекция ярҙамында юҡ ителәсәк һәм яндырыласаҡ, һарай-ҡаралтылар дезинфекцияланасаҡ, биләмәлә карантин иғлан ителәсәк.
Ҡош киҙеүенән вакцина бар, әммә һуңғы йылдарҙа республикала был ауырыу булғаны юҡ, шуға территория имен тип баһалана. Республикала ҡоштарға ҡош киҙеүенән вакцина һалына башлаһа, төбәк ҡош киҙеүе буйынса ғына түгел, вакцина ҡулланыу буйынса ла имен булмағандар разрядына күсәсәк. Тимәк, ҡошсолоҡ предприятиеларының продукцияһына ла имен түгел мөһөрө баҫыласаҡ.
Ҡош киҙеүе кешегә зарарлымы?
Был гриптың ҡайһы бер штамдары, мәҫәлән, H1N1, кешене ауырыта ала. Ғәҙәттә ҡоштан кешегә күсә, кешенән кешегә йоғоу осраҡтары бик һирәк. Еңел үткәрелә торған респиратор ауырыу булып тора. Тән температураһы күтәрелә, йүткертә. Айырым осраҡтарҙа пневмония һәм сепсисҡа күсеүе ихтимал.
Баҙарҙа ауырыу ҡош ите һатылыуы мөмкинме?
Баҙар, магазин кәштәләренә ҡуйылған бөтә ҡош ите ветеринария белгестәре тикшереүен үтә. Ауырыу ҡош итенә юлыҡмаҫ өсөн итте ҡулдан алмаҫҡа тәҡдим ителә.