+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 10:23

БАШҠОРТОСТАНДЫ ХАЛЫҠ-АРА МАЙҘАНДА ТАНЫТЫРЛЫҠ БРЕНДТАРЫБЫҘ БАР

Башҡортостанды илдә, халыҡ-ара майҙанда танытырлыҡ, республиканың йөҙө булырлыҡ нәмәләребеҙ байтаҡ. 12 ноябрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, РФ Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш закон сығарыусылар палатаһы Аграр аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ултырышында сығыш яһап, республика агросәнәғәт комплексында брендингты үҫтереү тураһында һөйләне.

Вице-премьер брендингты кооперация аша башҡарыуҙың уңышлы булыуын билдәләне. Башҡортостанда бына өс йыл инде ауыл хужалығы кооперацияһы әүҙем үҫтерелә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына эре-эре компаниялар менән баҙар өсөн яңғыҙ көрәшеү ауыр. Ошо йәһәттән кооперациялашыу, берләшеү отошло булһа ла, эшҡыуарҙарҙы күндереү еңел булмауын билдәләне Илшат Фазрахманов. Кооперациялашҡан берәмектәргә грант рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә башлағас, йүнселдәр был эшкә етдиерәк ҡарай башлай. Һөҙөмтәлә өс йыл эсендә Башҡортостанда 47 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлә. Уларҙың эшмәкәрлеге башлыса милли ризыҡтар – республиканың визит карточкаһы булырлыҡ бал, ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ етештереүгә бәйле. Мәҫәлән, «Башҡортостан ҡымыҙы» ауыл хужалығы кооперативы 2018 йылдан үҫеш ала. Ул бейә һөтөнән ҡымыҙ етештереү буйынса төп предприятиелар исемлегенә инә. 2019 йылда 140 мең литр бейә һөтө эшкәрткән. Кооператив 13 йылҡысылыҡ хужалығын берләштергән һәм ҡымыҙ һатыуҙа уңышлы эшләй. Кооперативҡа ҡымыҙ һорап хатта Ҡаҙағстандан, Краснодар крайынан мөрәжәғәт иткәндәр, Нижневартовскиға һынау партиялары ебәрелә башлаған.
Йәнә йылҡы итенән эшләнгән ҡаҙылыҡ деликатес һанала. Был ризыҡ менән "Экопрод" кооперативы әүҙем эшләй. Ул 2017 йылда асылған. Составына 3 фермер хужалығы менән 7 ЛПХ инә.
Вице-премьер билдәләүенсә, был ризыҡ төрҙәрен етештереп һатыу менәш шөғөлләнгән башҡа предпрятиелар ҙа күп, әммә баҙарҙа нәҡ ошолар айырыуса танылып өлгөргән.
Фото: www.bashinform.ru
Читайте нас: