-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 12:01

ИЛАРҺЫҢ ДА, КӨЛӨРҺӨҢ ДӘ. Добермандың башын ҡатыра

Берәүҙәрҙең фатирында тутыйғош менән эт йәшәй. Тутыйғош бик телсәр була, этте этләргә ярата. Яуыз тутыйғош ишек ҡыңғырауы тауышын бик оҫта ҡабатлай.

Ҡыңғырау шалтырау менән доберман ишеккә ҡарап өрәм генә тиһә, тутыйғош хужаның тауышы менән: “Лиман, ултырырға!” – тип ҡысҡыра икән. Тыңлаусан доберман ни эшләргә белмәй аптырап ҡала.
Шулай бисара эттең башын ҡатыра ҡанатлы яфа.
Читайте нас: