+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 20:59

“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӨГӨН ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАЯСАҠ

Өфө ҡыҙы Земфира Рәшитоваға “Мөғжизәләр яланы” капитал-шоуында ҡатнашыу форсаты тейә. Тапшырыуҙы яҙҙырырға барғас, ул танылған алып барыусы Леонид Якубович менән таныша, ҡурайҙа уйнап, студия ҡунаҡтарын хайран ҡалдыра.

Земфира “Башҡортостан” ҡала концерт залы ҡарамағындағы “Ҡолонсаҡ” ҡурайсылар ансамбленең етәксеһе булып эшләй, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Тапшырыуға йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең “Таврида” конкурсында еңеүе арҡаһында саҡырыла.
Социаль селтәрҙәрҙә Земфира тапшырыуға бүләк өсөн түгел, ә Башҡортостан мәҙәниәтен күрһәтеү, халыҡҡа ҡурай моңон ишеттереү өсөн барғаны тураһында яҙған һәм күрһәткән ярҙамдары өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йортона рәхмәтле булыуын белдергән.
Тапшырыу бөгөн, 13 ноябрҙә, Беренсе каналда 19 сәғәт 45 минутта була.
Читайте нас: