+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2020, 17:21

ТАЖЛЫ ВИРУС ЙОҠТОРОУҘАН ҠУРСАЛАР КӨСӨ БАР

Роспотребнадзорҙың Эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Александр Горелов коронавирус таралыуҙың ниндәй шартта әкренәйәсәген әйткән. Бының өсөн ил халҡының өстән бер өлөшөндә вирусҡа иммунитет яһалырға тейеш икән. Ауырып та, вакцина һалдырып та иммунитет барлыҡҡа килеү иҫәпкә инә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре, республикала ковид таралыуҙың үрге нөктәһенә декабрҙә етелер, тип фараз итә. Ауырыу осраҡтары һанының апрелдә кәмеүе көтөлә.
Тажлы вирусты йоҡтороу ихтималлығын кәметә торған емеш-еләк барлығы асыҡланған. Германияның Ульм университеты Медицина үҙәгенең Молекуляр вирусология институты ғалимдары емеш-еләктең, йәшелсәләрҙең тажлы вирусҡа йоғонтоһон белеү өсөн күп һанлы тикшеренеүҙәр үткәргән. Уларҙы вирус менән ҡатнаштырып, бүлмә температураһында тотҡандар. Тикшеренеү йомғаҡтары bioRxiv журналында баҫылған.
Һынауҙар ҡара миләш, анар (гранат) һуты һәм йәшел сәйҙең тажлы вирус өсөн үлемесле булыуын асыҡлаған. Ҡара миләш һуты – 5 минут эсендә коронавирустарҙың 97 процентын, анар һуты менән йәшел сәй 80 процентын әүҙемлектән мәхрүм иткән. Тикшеренеүселәр, ауыҙҙы һәм тамаҡты ошо һуттар йә йәшел сәй менән сайып, коронавирус йоҡтороуҙан һаҡланып булыуын белдерә.
Ғалимдар һынау йомғаҡтарын был һуттарҙа һәм йәшел сәйҙә вирустарҙың хәлен ала торған әсе рН һәм вирус аҡһымдарына йоғонто яһаусан полифенолдар булыуы менән аңлатҡан.
Читайте нас: