+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2020, 11:02

СOVID-19 ҮТКӘРГӘН КЕШЕГӘ НИСЕК НЫҒЫНЫП КИТЕРГӘ?

Covid-19 үткәргән Башҡортостан кешеләре Республика табип-физкультура диспансерында сәләмәтлеген аяҡҡа баҫтыра ала. Махсус программа төҙөлгән: пациенттар һулыш гимнастикаһы, һауыҡтырыу физкультураһы менән шөғөлләнә, психотерапевт менән һөйләшә. Ошо хаҡта 21-се дауахананың баш табибы Ринат Нагаев 12 ноябрҙә булған «Медиктар ковидҡа ҡаршы» онлайн-стримында әйтте.

СOVID-19 ҮТКӘРГӘН КЕШЕГӘ НИСЕК НЫҒЫНЫП КИТЕРГӘ? Covid-19 үткәргән Башҡортостан кешеләре Республика табип-физкультура диспансерында сәләмәтлеген аяҡҡа баҫтыра ала. Махсус программа төҙөлгән: пациенттар һулыш гимнастикаһы, һауыҡтырыу физкультураһы менән шөғөлләнә, психотерапевт менән һөйләшә. Ошо хаҡта 21-се дауахананың баш табибы Ринат Нагаев 12 ноябрҙә булған «Медиктар ковидҡа ҡаршы» онлайн-стримында әйтте. Сара «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты нигеҙендә үтте. «Реабилитацияға эләгер өсөн, – тине Ринат Нагаев, – участка табибынан йүнәлтмә алырға кәрәк. Бынан тыш, яҡын арала ҡайһы бер медучреждениелар, шул иҫәптән 21-се дауахана базаһында ла, стационар реабилитациялау койкалары асыу планлаштырыла». Ковидҡа ҡаршы медиктарҙың онлайн-стримы һәр кесе йома 17.00 сәғәттә башлана. Һуңғы трансляцияның яҙмаһын ошонда ҡарарға була.
Читайте нас: