-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 19:38

БЕЛОРЕТ ДАУАХАНАҺЫНА САБЫЙҘАР ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫРЛЫҠ РЕАНИМОБИЛЬ АЛЫНДЫ

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының автопаркы реанимация автомобиле менән тулыландырылды. 6,7 миллион һумлыҡ машина "Балалар һаулығын һаҡлауҙы, шул иҫәптән балаларға заманса медицина ярҙамы күрһәтеү инфраструктураһын үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә алынды.

БЕЛОРЕТ ДАУАХАНАҺЫНА САБЫЙҘАР ҒҮМЕРЕН ҠОТҠАРЫРЛЫҠ РЕАНИМОБИЛЬ АЛЫНДЫ Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының автопаркы реанимация автомобиле менән тулыландырылды. 6,7 миллион һумлыҡ машина "Балалар һаулығын һаҡлауҙы, шул иҫәптән балаларға заманса медицина ярҙамы күрһәтеү инфраструктураһын үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә алынды. Реанимобиль яңы тыуған сабыйҙарҙы юлда реанимациялау һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүгә тәғәйенләнгән, махсус аппаратура менән йыһазландырылған. Ауырыуҙарҙың һәм етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн автомобилдә махсус камера-инкубатор (кувез) бар. Йәнә үпкә елләтеү аппараты, инфузион насостар, тын юлдарын таҙарта торған электр насосы, сирленең хәлен күҙәтеү мониторҙары ҡуйылған. Реанимобиль кескәйҙәр өсөн дарыу препараттары һәм төрлө аппараттар менән тәьмин ителгән. Статистика күрһәтеүенсә, реанимация буйынса интенсив ярҙам уртаса һәр унынсы яңы тыуған сабыйға кәрәк була. Ауыр осраҡтарҙа уларҙы перинаталь үҙәктәргә илтәләр. Реанимобиль Белорет, Межгорье, Учалы ҡалалары, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Учалы райондары халҡын хеҙмәтләндергән Белорет дауаханаһының перинаталь үҙәгендә эшләйәсәк.
Читайте нас в