-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2020, 19:36

СТӘРЛЕТАМАҠТА НЕЙРОҮҘӘКТЕ КИҢӘЙТЕҮ МӘСЬӘЛӘҺЕН ҠАРАНЫЛАР

Стәрлетамаҡта сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владимир Куликов менән уның урынбаҫарҙары балалар нейроүҙәген киңәйтеү проектын ҡараны.

СТӘРЛЕТАМАҠТА НЕЙРОҮҘӘКТЕ КИҢӘЙТЕҮ МӘСЬӘЛӘҺЕН ҠАРАНЫЛАР Стәрлетамаҡта сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владимир Куликов менән уның урынбаҫарҙары балалар нейроүҙәген киңәйтеү проектын ҡараны. Үҙәкте асҡан Светлана Абдрафиҡова билдәләүенсә, үҙәк эшләй башлауға бер йыл тулған һәм ҡалала уға ихтыяж барлығы асыҡланған. – Хәҙер эшмәкәрлекте киңәйтергә ниәтләйбеҙ, шунлыҡтан ҡала хакимиәтенә яраҡлы бина табышыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Әлегә беҙ шәхси эшҡыуарҙарҙан ике кабинет ҡуртымға алғанбыҙ, әммә кескәйҙәр өсөн сенсор бүлмәһе лә асырға ине, – тине С. Абдрафиҡова. Үҙәк нейропсихологик диагностика үткәрә, ата-әсәләргә бала үҫешендәге проблемаларҙы асыҡларға, уҡыуҙа һәм тәртибендәге ҡыйынлыҡтарҙы иҫкәртергә ярҙамлаша. Бер йылда үҙәк 30 балаға коррекция ярҙамы күрһәткән. Бында телмәрендә, психик-телмәр үҫешендә тотҡарлыҡтары, аутистик боҙоҡлоҡтары, иғтибар дефициты һәм гиперәүҙемлек синдромы булған балалар шөғөлләнә. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса эшҡыуарға сенсор бүлмәһе асыу һәм төрлө ҡорамалдар алыу өсөн грант алыу мөмкинлектәре аңлатылды, шулай уҡ бина мәсьәләһен ентеклерәк ҡарау өсөн Милеккә идара итеү комитеты етәксеһе менән осрашыу тәғәйенләнелде.
Читайте нас: