+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2020, 08:05

ЗАМАНА ҺӨНӘРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘҮСЕЛӘР БЫЙЫЛ БИГЕРӘК КҮП БУЛҒАН

Персональ цифрлы сертификат программаһында ҡатнашыусыларҙың өстән бере цифрлы маркетинг һәм медиа өлкәһендәге башланғыс кимәлле курсты һайлаған. Программа яҙыу, цифрлы дизайн һәм ҙур бирелмәләр өлкәләрендәге курстарҙа уҡырға теләүселәр ҙә күп булған. Университет 2035 программаһы операторында теркәлеүселәр тураһындағы мәғлүмәттәр шул хаҡта һөйләй. Ноябрҙә персональ цифрлы сертификаттар проектында ҡатнашыусылар "РФ-тың цифрлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә 22 цифрлы йүнәлештә квалификация күтәреү программалары буйынса түләүһеҙ курстарҙа уҡый башланы. Быйыл тыңлаусылар 100-ҙән ашыу белем биреү ойошмаһы тәҡдим иткән 426 дистанциялы курс араһында үҙҙәренә оҡшағанын һайлай алды. Программаларҙың тулы исемлеген Университет 2035 китапханаһында табып була. Курстарҙың яртыһынан ашыуы – әҙерлекһеҙҙәргә, һәр өсөнсө курс — башланғыс әҙерлеклеләргә, 6 проценты яҡшы әҙерлекле белгестәргә тәғәйенләнгән.

ЗАМАНА ҺӨНӘРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘҮСЕЛӘР БЫЙЫЛ БИГЕРӘК КҮП БУЛҒАН Персональ цифрлы сертификат программаһында ҡатнашыусыларҙың өстән бере цифрлы маркетинг һәм медиа өлкәһендәге башланғыс кимәлле курсты һайлаған. Программа яҙыу, цифрлы дизайн һәм ҙур бирелмәләр өлкәләрендәге курстарҙа уҡырға теләүселәр ҙә күп булған. Университет 2035 программаһы операторында теркәлеүселәр тураһындағы мәғлүмәттәр шул хаҡта һөйләй. Ноябрҙә персональ цифрлы сертификаттар проектында ҡатнашыусылар "РФ-тың цифрлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә 22 цифрлы йүнәлештә квалификация күтәреү программалары буйынса түләүһеҙ курстарҙа уҡый башланы. Быйыл тыңлаусылар 100-ҙән ашыу белем биреү ойошмаһы тәҡдим иткән 426 дистанциялы курс араһында үҙҙәренә оҡшағанын һайлай алды. Программаларҙың тулы исемлеген Университет 2035 китапханаһында табып була. Курстарҙың яртыһынан ашыуы – әҙерлекһеҙҙәргә, һәр өсөнсө курс — башланғыс әҙерлеклеләргә, 6 проценты яҡшы әҙерлекле белгестәргә тәғәйенләнгән. Тыңлаусыларҙың күпселеге цифрлы маркетинг һәм медиа йүнәлешен һайлаған (файҙаланыусыларҙың 30 проценты самаһы). Иң үтемле программалар – «Tilda платформаһында сайт эшләү. Интернет-маркетинг нигеҙҙәре», «SMM нигеҙҙәре», «Контент-маркетинг һәм социаль селтәрҙәрҙә киң танытыу». Шулай уҡ программа яҙыу һәм ИТ-продукттар эшләү, цифрлы дизайн, ҙур бирелмәләр һәм системала администрациялау йүнәлештәре лә һорау менән файҙаланған тәүге бишәү иҫәбенә ингән. Башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән программаларҙан иң үтемлеләре «Программа яҙыу нигеҙҙәре», «JavaScript телендә веб-эшләнмәгә инеш», «Теслаусы – программа яҙа башлауға иң ябай юл», «Бирелмәләр анализы өсөн Python нигеҙҙәре» булған. Цифрлы дизайн программалары араһында айырыуса «Цифрлы педагог», «Цифрлы дизайн һәм белем биреүҙең интерактив технологиялары», «График дизайн», «Цифрлы интерьер дизайны һәм тирә-яҡ аралыҡты моделләштереү» тигәндәренә яҙылыусылар күп булған. «Цифрлы» өлкәнән тыш, персональ цифрлы сертификат программаларында ҡатнашыусылар иҡтисадтың «аналоглы» өлкәләрендә цифрлы компетенцияларҙы һәм яңы технологияларҙы үҫтереүҙе лә һайлаған, мәҫәлән, төҙөлөштә, машиналар эшләүҙә, мәғарифта, ауыл хужалығында, металл эшкәртеүҙә, электр энергетикаһында, электроникала, малсылыҡта, ғилми-тикшеренеү эшендә, мода индустрияһында, медицинала һәм ҡотҡарыу эштәрендә. Университет 2035-тең Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар буйынса компетенциялар үҙәгенең идарасы директоры Олег Подольский билдәләүенсә, быйыл персональ цифрлы сертификаттар программаһы бығаса күрелмәгән дәрәжәлә ҙур һорау менән файҙаланған, 100 меңләп ғариза алынған, бер урынға 3-тән күберәк дәғүәсе булған. Уның әйтеүенсә, дистанциялы уҡыу «яңы профессия – вузда тағы 5 йыл» бәйләнешен емергән, хәҙерге шарттарҙа өҙлөкһөҙ белем алыуҙы тәьмин иткән ҡыҫҡа программалар һөнәри үҫештең төп юлы булып тора. Программаларға Рәсәйҙең 48 төбәгендә йәшәүселәр индерелгән. Курстарға Татарстандан 4,4 меңдән ашыу, Түбәнге Новгород өлкәһенән 3,3 меңдән ашыу, Башҡортостандан 3,2 мең кеше, Ростов өлкәһенән 2,8 мең кеше яҙылған. 2020 йылда бөтәһе 33 меңдән ашыу кеше сертификат аласаҡ. Курсты һәйбәт тамамлағандарҙың уҡыу хаҡы «РФ-тың цифрлы иҡтисады» милли проектының «Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль программаһынан түләнәсәк.
Читайте нас: