+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2020, 20:48

ПУТИН ҠАБАЛАНМАЙ Үҙе беләлер әле

АҠШ-та президент һайлауҙарына йомғаҡ яһау менән бәйле аңлашылмаусылыҡ дауам итә һәм ил өсөн хәл ителмәҫлек көрсөккә әйләнеп бара. Бер нисә көндән 78 йәшен билдәләйәсәк Джо Байден еңеүе хаҡында иғлан итһә лә, Трамп Аҡ йортто ҡалдырырға һәм власты бирергә ашыҡмай.

ПУТИН ҠАБАЛАНМАЙ
Үҙе беләлер әле
АҠШ-та президент һайлауҙарына йомғаҡ яһау менән бәйле аңлашылмаусылыҡ дауам итә һәм ил өсөн хәл ителмәҫлек көрсөккә әйләнеп бара. Бер нисә көндән 78 йәшен билдәләйәсәк Джо Байден еңеүе хаҡында иғлан итһә лә, Трамп Аҡ йортто ҡалдырырға һәм власты бирергә ашыҡмай. Сөнки һайлауҙар аҙағында Байден файҙаһына бик ҙур һәм күп мутлашыуҙарға юл ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, күпселек илдәрҙең лидерҙары үҙҙәренең Трамптан ҡотолоу шатлығын Байденды ҡотлап, билдәләп өлгөрҙө лә инде. Ысынлап та, һайлау йомғаҡтары ысын мәғәнәһендә шик уята, сөнки Трамп ышаныслы еңеп барған штаттарҙа асыҡтан-асыҡ фальсификация, ҡосаҡ-ҡосаҡ бюллетень ташлау, ҡат-ҡат тауыш биреү, үлгән кешеләрҙе иҫәпләү күҙәтелгән. Электән республика партияһын, йәғни Трампты яҡлағандар демократтар өсөн тауыш бирҙе тип йомғаҡ яһалған. Кем белә, бәлки, Байден еңгәндер, ләкин уның еңеүен шик аҫтына ҡуйыусылар аҙ түгел.
Мәғлүм булыуынса, әлегә Байденды ҡотламағандар иҫәбендә Рәсәй менән Ҡытай ҙа бар. Быны күҙәтеүселәр ошо ике ил етәкселәренең үҙен демократия өлгөһө тип һанаған дәүләткә ҡарата шик белдереү тип баһаларға мөмкин. Хәҙер һайланыу алымдары бик шикле булған Байденға халыҡ-ара аренала үҙенең сәйәсәтен үткәреү бик ауыр буласаҡ.
АҠШ үҙе ғәҙел һайланмаған тип иҫәпләнгән дәүләттәр башлыҡтарын ҡотлау түгел, ҡабул итеп тә тормай. Был осраҡта Америка демократияһының үҙенсәлектәрен күрмәмеш булыу ғәмәлгә яраҡлы булыр ине. Ни хәл итәһең, демократия шарттарында һайлауҙар иң отошло һәм уңайлы алым түгел, ләкин кешелек ошонан да яҡшыһын уйлап таба алмаған. Ә быны, йәнәһе, азатлыҡ, демократия, яңы үҫешеп килгән илдәр һайлаусыларына нисек аңлатырға?
Хәҙер 2021 йылдың 20 ғинуарын Джо Байдендың инаугурацияһын көтөргә генә ҡала. Әлбиттә, ул власҡа киләсәк, халыҡ тынысланасаҡ. Трамп ошо хаҡта мемуарҙар яҙасаҡ һәм АҠШ шарттарындағы демократияның етешһеҙлектәрен фашлаясаҡ. Ә үҙҙәре башҡа илдәрҙе демократияны үҫтерергә һәм һаҡларға саҡырып, көнө-төнө сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: