-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 17:31

ҠАЙҒЫҒЫҘҘЫ УРТАҠЛАШАБЫҘ, ИЛШАТ ӘҒЗӘМ УЛЫ.

Ауыр һәм ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Алтын көҙҙән дә, һалҡын ҡыштан да юғалтыуҙар һулышы килгән һымаҡ. Республикабыҙҙа иң оҙаҡ эшләгән хакимиәт башлыҡтарының береһе Илшат Әғзәм улы Вәзәғәтов күптән түгел социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә бына нимәләр яҙа: “Быйылғы көҙ мине аяп торманы. Ул миңә тетрәнеүҙәр, ҡайғы һәм юғалтыуҙар килтерҙе. Ике аҙна эсендә, бер-бер артлы иң ҡәҙерле кешеләрем, атайым – Әғзәм Һиҙиәт улы һәм әсәйем Фәниә Фазулла ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Донъям етемһерәне, таянысым юҡҡа сыҡты. Быны ҡабул итеү, үткәреү еңел түгел. Ләкин ошо ҡайғы менән йәшәргә өйрәнергә тура килә”.

Ошо аҙнала, өҫтәүенә, уның дуҫы, иптәше, арҡаҙашы һәм коллегаһы Вил Ниғәмәтйәнов вафат булды. Вил Риф улы хаҡында хакимиәт башлығы бына нимәләр яҙа: “Уға йәшәү өсөн ғүмерҙең әҙ бирелеүе шул хәтле үкенесле. Ләкин ул ғорур һәм лайыҡлы йәшәне. Беҙ уның менән ярты быуат, тип әйтерлек, таныш. Йәшлек дуҫлығы, һуңынан, иңгә иң терәшеп, ике тиҫтә йылдан ашыу эшләнек. Вил Риф улы ихлас һәм егәрле кеше ине. Ярҙамсыл, иғтибарлы, битараф түгел. Урындағы үҙидара эштәрен ентекле белә ине. ул кешеләрҙе үҙенең артынан эйәртә, мөмкин булмағанды тормошҡа ашыра ине”, – тип яҙҙа хакимиәт башлығы, үҙенең сәхифәһендә.
Вил Риф улы һуңғы йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫаны, Яңауыл районы Советы секретары вазифаларын башҡарҙы.
Илшат Әғзәм улы етәкселегендә Яңауыл ҡалаһы былтыр республиканың иң матур һәм төҙөкләндерелгән ҡалаһы, тип табылды. Быйыл иһә, Республика Башлығы, кәңәшмәләрҙең береһендә: “Иң матур ҡаланы күрергә теләһәгеҙ, Яңауылға барығыҙ”, – тип тәҡдим итте.
Хөрмәтле Илшат Әғзәм улы! Һеҙҙең ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, түҙемлелек теләйбеҙ. Күңелдәрҙе әрнетеп, һәр ваҡыт иҫкә төшөп торған юғалтыуҙар була. Үҙеңдең иң ғәзиз кешеләреңде – атайыңды һәм әсәйеңде, дуҫыңды юғалтыу – кешеләрҙе мәңге оҙатып йөрөй торған ҡайғылар иҫәбенән. Яҡындарығыҙ хаҡында йылы һәм ихлас хәтирәләр һеҙгә киләсәккә өмөт менән ҡарарға, ерҙә ныҡ баҫып торорға ярҙам итһен.
Фото: vk.com/vazigatov
Читайте нас: