+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 11:21

БАШҠОРТОСТАНДА КОВИДТАН ӨЙҘӘ ДАУАЛАНЫУСЫЛАРҒА ТҮЛӘҮҺЕҘ ДАРЫУҘАР БИРЕЛӘ БАШЛАНЫ

«Башфармация»ға коронавируслы ауырыуҙан дауалауға тәғәйенләнгән препараттар ҡайтарыла башланы. Өйҙә дауаланыусылар өсөн республикаға 150 миллион һум федераль аҡса бүленгәйне. Был аҡсаға алынған дарыуҙар 19 мең пациентҡа етәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле вирусҡа ҡаршы 1 100 кешелек, бактерияларға ҡаршы 2 мең кешелек препарат бар.

БАШҠОРТОСТАНДА КОВИДТАН ӨЙҘӘ ДАУАЛАНЫУСЫЛАРҒА ТҮЛӘҮҺЕҘ ДАРЫУҘАР БИРЕЛӘ БАШЛАНЫ «Башфармация»ға коронавируслы ауырыуҙан дауалауға тәғәйенләнгән препараттар ҡайтарыла башланы. Өйҙә дауаланыусылар өсөн республикаға 150 миллион һум федераль аҡса бүленгәйне. Был аҡсаға алынған дарыуҙар 19 мең пациентҡа етәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле вирусҡа ҡаршы 1 100 кешелек, бактерияларға ҡаршы 2 мең кешелек препарат бар. Министр ай һайын коронавируслы инфекция раҫланған йә шик аҫтында булған 5 мең пациент дарыуҙар менән тәьмин ителәсәген, ауыр йә уртаса формала ауырығандарға, шул иҫәптән вирустан үпкәһе шешкәндәргә өҫтөнлөк биреләсәге тураһында әйтте. Түләүһеҙ препараттар өйҙә дауалаусыларға 17 ноябрҙә бирелә башланы. Башҡортостан Башлығы төбәктә COVID-19 менән хәл «тотороҡло ауыр» булыуын билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ оҙайлы Яңы йыл ялы ваҡытында запас койка фонды булырға тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Читайте нас: