Бөгөн иртә менән Кушнаренко районы хакимиәте бинаһында йәнлелек күҙәтелде. Көс структуралары хакимиәт кабинеттарында тентеү үткәрҙе. Мәғлүмәт сараларына хәбәр ителеүенсә хакимиәттең ғәмәлдәге башлығы, 43 йәшлек Руслан Ғиззәтуллин, муниципалитет ҡарамағындағы ерҙәрҙе һатыуҙа мутлашыуға юл ҡуйған. Бер шәхси фирма,туристик база төҙөйбөҙ һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтерәбеҙ, тигән һылтау менән, арзан ғына хаҡҡа 145 га ерҙе үҙ ҡарамағына эләктергән. Ер майҙаны ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булған һәм бында торлаҡ төҙөү ҡаралмаған.