+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2020, 18:16

ҺӘЙБӘТ КЕШЕ КҮП БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Башҡортостандан 25 йәшлек Азамат Шакиров Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт итеү теләген тормошҡа ашырыу өсөн бик күп көс һала. Сөнки уны быға тиклем армияға саҡырмай, йонсоталар.

ҺӘЙБӘТ КЕШЕ КҮП БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
Башҡортостандан 25 йәшлек Азамат Шакиров Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт итеү теләген тормошҡа ашырыу өсөн бик күп көс һала. Сөнки уны быға тиклем армияға саҡырмай, йонсоталар. Баҡ тиһәң, егеттең ауырлығы тейешле стандарттарҙан артыҡ булған. Фитнесҡа йөрөргә аҡсаһы юҡ, ләкин был хаҡта белеп ҡалған бер тренер бушлай ярҙам итергә теләк белдерә. Уны төрлө күнекмәләр менән туҡланыуҙы үҙгәртеп, ябығырға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә, ул ярты йылда 14 килограмдан ҡотола һәм хәҙер уның ауырлығы 118 килограмм. Был ауырлыҡ та кемгәлер артыҡ булып күренер. Ләкин Азамат борсолмай. Бөгөн уны Калининград өлкәһенең хәрби диңгеҙ флоты частарының береһендә көтәләр.
Читайте нас: