+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 08:00

ОШО УРАМДАН ҮТЕҮҘӘРЕ БЕР ҒҮМЕР

Велосипедҡа атланып йөрөһәң дә, йәйәүләһәң дә, йүгерергә сыҡһаң да кинәнес кисереп, хозурланып ҡайтаһың хәҙер был юлдан.

ОШО УРАМДАН ҮТЕҮҘӘРЕ БЕР ҒҮМЕР Велосипедҡа атланып йөрөһәң дә, йәйәүләһәң дә, йүгерергә сыҡһаң да кинәнес кисереп, хозурланып ҡайтаһың хәҙер был юлдан. Дүртөйлө ҡалаһындағы Ленин урамы тураһында бара һүҙ. Бер нисә ай эсендә Ленин урамының ике яғынан һуҙылған тротуарҙар күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Йәйәүлеләрҙең юлын уңайлы һәм йәмле итеп һалыуға апрелдә тотондолар. Эштәрҙе ҡала хакимиәте заказы буйынса «Өфө газ компанияһы» ЯСЙ-һы башҡара. Реконструкция «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы һәм Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙағы һәм тарихи биләмәләрҙәге уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса иң яҡшы проекттарға конкурста еңгән проект буйынса тормошҡа ашырыла. Хәҙер эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуяһы, яҡтыртыу системаһын ҡороп бөтәһе ҡалды. Тиҙҙән юлдар төндәрен дә ялт итеп торор. Шунан тирә-яғына ағастар, ҡыуаҡтар ултыртаһы ғына ҡала.
Читайте нас: