+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 13:33

Әйтеүе лә оят, беҙ мәсхәрәгә ҡалдыҡ.

Сөнки Дзюба ҡулы менән уйнаған. (18+)Джикия оятҡа ҡалған өсөн ғәфү үтенә.

Әйтеүе лә оят, беҙ мәсхәрәгә ҡалдыҡ.
Сөнки Дзюба ҡулы менән уйнаған. (18+)
Джикия оятҡа ҡалған өсөн ғәфү үтенә.
Хәҙер ошо өс һөйләмде еңелсә генә тәржемә итәбеҙ. Үткән төн Рәсәй футбол командаһы Сербия футболсыларынан 0:5 иҫәбе менән еңелеп ватандаштарын төн йоҡоһонан мәхрүм итте. Сербия НАТО самолеттары бомбаға тотҡандан һуң яңы аяҡҡа баҫып килә һәм беҙҙе шундай иҫәп менән уңайһыҙ хәлгә ҡуйырға батырсылыҡ итә. Сөнки сербтарға беҙҙән башҡа ярҙам иткән кеше юҡ. Беҙ уларға арзан хаҡҡа газ һатабыҙ һәм Европа берләшмәһенән яҡларға тырышабыҙ. Ә улар нимә эшләй? Улар, игелекһеҙҙәр Европа берләшмәһенә инергә ынтылалар.
0:5 иҫәбе менән еңелеүҙе тренерҙар иң атаҡлы футболсыбыҙ Дзюбаның уйындан ситләтелеүе менән аңлата. Уф, был хаҡта һөйләргә лә, иҫкә төшөрөргә лә уңайһыҙ.
Берҙән-бер йыуаныс шул: команданың капитаны Джикия уйында еңелгән өсөн Рәсәй халҡынан ғәфү үтенгән. Әйткәндәй, был аҙна беҙҙең өсөн бик уңышлы булманы. Тәүҙә беҙҙең команда 2:3 менән Төркиәнән еңелде һәм Молдавия менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны.
Әллә беҙ ысынлап та футбол уйнай белмәй торған халыҡмы икән?
Р. Галимов
Читайте нас: