-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 18:39

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ БАШҠОРТ РИЗЫҠТАРЫНА ТАУЫШ БИРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ

Рәсәйҙә I «Рәсәй тәмдәре» төбәк аҙыҡ-түлек брендтары милли конкурсы бара. Конкурста Башҡортостандан 26 башҡорт ризығы бренды ҡатнаша. Республика халҡы уларға тауыш бирә ала. Нимәләр ҡуйылған брендтар ярышына?

Башҡорт балы, әлбиттә. Ошо мәлгә ул 1770-ләп тауыш йыйған. Йәнә талҡан, Иглин балы, Учалы кеүәҫе, оҙаҡ ятҡырып өлгөртөлгән сыр, алкоголһеҙ бал балы, төнәтелгән сәй, ҡымыҙ, ҡаҙы, ҡаҡланған күркә ите, “Ҡорғаҙаҡ” һыуы, Бөрйән солоҡ балы, ҡорот, бауырһаҡ, Красноусол һыуы, Иглин һуғаны һәм башҡалар ҡуйылған. Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтмешләй, беҙҙең ризыҡтарҙың төп үҙенсәлеге – уларҙың сифатында ғына түгел, ә ҡабатланмаҫ тәмендә лә. «Был – беҙҙең тәбиғәт, беҙҙең урмандар, беҙҙең туғайҙар, һыйырҙарыбыҙҙың, бал ҡорттарыбыҙҙың, тәбиғи, беҙҙең йылҡыларыбыҙҙың генетикаһы. Ошолар шул тиклем ылыҡтырғыс тәм хасил итә һәм беҙҙең яҡтарға рәсәйҙәрҙе һәм сит ил ҡунаҡтарын бик ныҡ тартып тора», – тине аграр тармаҡ етәксеһе.
2 декабргә тиклем интернет файҙаланыусы һәр кем теге йәки был ризыҡ өсөн тауыш бирә ала.
Конкурсты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған. 8 ризыҡ финалға сығасаҡ. Уникаль аҙыҡтар комплекслы булышлыҡ күрһәтеү программаһына индереләсәк. Бынан тыш, Рәсәй тәмдәренең масштаблы картһы төҙөләсәк. Унда башҡорт тәме лә булыр. Тик бының өсөн әүҙемерәк тауыш биреүебеҙ кәрәк. Тауыш биреү конкурстың рәсми сайтында - https://russiantastes.ru/ - 19 нобярҙә башланды, 2 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: