-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2020, 08:00

«ЙЫЛ ҺӨНӘРМӘНЕ», ҺИН ҠАЙҘА?

Башҡортостанда быйыл «Йыл һөнәрмәне» конкурсы үтәсәк. Был ярышҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм айырым оҫталар саҡырыла.

«ЙЫЛ ҺӨНӘРМӘНЕ», ҺИН ҠАЙҘА? Башҡортостанда быйыл «Йыл һөнәрмәне» конкурсы үтәсәк. Был ярышҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм айырым оҫталар саҡырыла. Оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр ярышы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проектына ярашлы ойошторола. Ҡатнашыуға ғаризаны 2020 йылдың 2 декабренә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурс дүрт этапта үтәсәк. Беренсеһендә конкурсҡа тәҡдим итергә теләгән эштәрегеҙҙең фотоһүрәттәре менән бергә ғариза тултырып ебәрегеҙ. Беренсе этаптан финалға үткән оҫталар эштәренең төп нөсхәһен күрһәтергә тейеш була. «Йыл һөнәрмәне 2020» конкурсы түбәндәге номинацияларҙа үтәсәк: - Иң шәп керамика оҫтаһы - Иң шәп металл менән нәфис эш итеү оҫтаһы (художестволы ҡойом, художестволы сүкеү, һырлап сүкеү, филигрань) - Иң шәп ҡорама оҫтаһы (ҡулдан һәм машина менән ҡорау) - Этнографик үрнәктәргә ярашлы иң шәп милли кейем һәм уның өлөштәрен әҙерләү оҫтаһы - Иң шәп автор ҡурсағы һәм йомшаҡ уйынсыҡ оҫтаһы - Иң шәп ағас әйберҙәр эшләү оҫтаһы (ҡул менән эшләү, заманса технологиялар ҡулланып эшләү айырым баһалана) - Иң шәп дизайнер – Башҡортостан Республикаһының автор сувенирын эшләү оҫтаһы - Иң шәп кейеҙ баҫыу оҫтаһы. «Йыл һөнәрмәне 2020» конкурсына йомғаҡ яһау еңеүселәрҙе иғлан итеү быйыл 10–12 декабрҙә үтәсәк. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 224-99-99, 246-41-36.
Читайте нас: