+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 14:35

БЕЛОРЕТТЫҢ ЙӘШ СПОРТСЫЛАРЫ БИК ШАТЛАНДЫ

Белорет районының спорт мәктәбе яңы микроавтобуслы булды. "Демография" милли проектының "Спорт – тормош нормаһы" федераль проекты сиктәрендә алынды был автобус.

БЕЛОРЕТТЫҢ ЙӘШ СПОРТСЫЛАРЫ БИК ШАТЛАНДЫ Белорет районының спорт мәктәбе яңы микроавтобуслы булды. "Демография" милли проектының "Спорт – тормош нормаһы" федераль проекты сиктәрендә алынды был автобус. Проектта ҡаралғанынса, бындай автомобилдәр йыйылма спорт командалары өсөн спорт резервы әҙерләгән һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәткән республика спорт мәктәптәренә һәм учреждениеларына тапшырыла. Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәр ҙур шатлыҡ кисерҙе. Хәҙер республикала һәм яҡын-тирәлә үткән ярыштарға йөрөргә үҙҙәренең транспорты ла булды. 18 кешелек яңы микроавтобус бик уңайлы. 2000 бала уҡыған мәктәптә күнекмәләр 21 спорт төрө буйынса бара. Йәш спортсылар төрлө ярыштарҙа көсөн һынаһын, яңынан-яңы уңыштар һәм һоҡланғыс еңеүҙәр яулаһын әйҙә!
Читайте нас: