БУЛАСАҠ ПЕДАГОГТАРҒА ЛА ЭШ ЕТЕРЛЕК Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ирекмәндәре медиктарҙың балаларын шефҡа алырға булды. «Online-кәңәшсе-тәрбиәсе 2.0» проектын студенттар «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проектына ярашлы яңыртып ебәрҙе. Ирекмәндәр дистанциялы уҡытыу осоронда медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына дәрес үҙләштерергә ярҙамлашасаҡ. Әлбиттә, ата-әсә үтенесе буйынса. Педуниверситеттың ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Лиана Кожевникова әйтеүенсә, һәр мөрәжәғәт айырым эшкәртеләсәк, уҡыусыларҙың кәңәшсе-тәрбиәселәр менән «онлайн» аралашыуын тейешле дәрәжәлә ойоштороу сараһы күреләсәк. Балаға ярҙам һорап ғариза ҡалдырыу – ошо һылтанмала. Кәңәшсе-тәрбиәсе булырға теләгәндәргә ошо форманы тултырырға.