+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2020, 14:31

ӘЙЛӘНЕП СЫҠҠЫҺЫҘ МАГАЗИНДАР – ИНТЕРНЕТ ТУЛЫ...

Һиҙәһегеҙҙер, тормош йылдам ғына интернет селтәренә күсә бара. Сауҙа, реклама (инглизсәләп уны e-commerce тип йөрөтәләр) донъя селтәрендә ныҡлы урын биләй. Күптәр шунда алыш-биреш итә, тауарын, хеҙмәттәрен күрһәтә, баҙар яулай. Район йә ҡала урамында халыҡты офлайнда хеҙмәтләндереп торған кибетеңдән тыш, интернет-магазиның да булмаһа, һине етди һатыусыға ла һанамайҙар ҙа хәҙер. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге дәүләт комитеты менән БР Экспортҡа булышлыҡ күрһәтеү үҙәге эшҡыуарҙарға Alibaba, Amazon, eBay, Epinduo, AllBiz, Fordaq, Europages, Etsy, Satu кеүек бар донъяға билдәле электрон сауҙа майҙансыҡтарына тауарҙар урынлашыуҙа ярҙам күрһәтә. 2020 йылдың туғыҙ айында республикалағы 61 компания сауҙа майҙансыҡтарында урын алған, Израиль, Украина, АҠШ, Грузия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Испания, Канада, Германия һәм Үзбәкстанға тауар һатҡан.

ӘЙЛӘНЕП СЫҠҠЫҺЫҘ МАГАЗИНДАР – ИНТЕРНЕТ ТУЛЫ... Һиҙәһегеҙҙер, тормош йылдам ғына интернет селтәренә күсә бара. Сауҙа, реклама (инглизсәләп уны e-commerce тип йөрөтәләр) донъя селтәрендә ныҡлы урын биләй. Күптәр шунда алыш-биреш итә, тауарын, хеҙмәттәрен күрһәтә, баҙар яулай. Район йә ҡала урамында халыҡты офлайнда хеҙмәтләндереп торған кибетеңдән тыш, интернет-магазиның да булмаһа, һине етди һатыусыға ла һанамайҙар ҙа хәҙер. Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге дәүләт комитеты менән БР Экспортҡа булышлыҡ күрһәтеү үҙәге эшҡыуарҙарға Alibaba, Amazon, eBay, Epinduo, AllBiz, Fordaq, Europages, Etsy, Satu кеүек бар донъяға билдәле электрон сауҙа майҙансыҡтарына тауарҙар урынлашыуҙа ярҙам күрһәтә. 2020 йылдың туғыҙ айында республикалағы 61 компания сауҙа майҙансыҡтарында урын алған, Израиль, Украина, АҠШ, Грузия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Корея, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Испания, Канада, Германия һәм Үзбәкстанға тауар һатҡан. Рәсәйҙә электрон сауҙа күләме йылына 30% тиҙлек менән үҫә, 2024 йылға ул 7,2 трлн һумға етәсәк. Яңы коронавирусҡа бәйле карантин шарттары уға ҙур этәргес бирҙе. 2020 йылда e-commerce үҫеше баҙарҙы ныҡ үҙгәрткән. Уртаса чек хаҡы кәмегән, ә заказдар һаны, киреһенсә, киҫкен артҡан. Һөҙөмтәлә логистикаға ныҡ көс төшкән. Ул тиклем заказды тәғәйен еренә ваҡытында ташып тороу бик мәшәҡәтлегә әйләнгән. Әле "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте логистика продукттарын ташыуға Рәсәй Почтаһы һәм Рәсәй тимер юлдары менән берлектә льготалы тарифтар эшләй. 2021 йылда экспортерҙарға онлай-экспортты үҫтереү өсөн йөйһөҙ цифрлы механизм тәҡдим ителәсәк. ⠀ Электрон сауҙа майҙансыҡтарына урынлашыуға ҡағылышлы һорауҙар менән [email protected] электрон адресына йә +7 (347) 246-84-09, +7 (987) 474-69-60 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: