+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2020, 08:00

ӨФӨ БАЛАЛАР МЕДИЦИНА ОЙОШМАЛАРЫНА АВТОМОБИЛЬ ТАПШЫРҘЫЛАР

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Өфөнөң балалар медицина ойошмаларына ашығыс ярҙам күрһәтеү машиналары ҡайтарылды. Балаларға тәғәйенләнгән автомобилдәрҙең асҡыстары тантаналы шарттарҙа дауаханаларға тапшырылды. Тантанала БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм медицина ойошмаларының баш табиптары ҡатнашты.

ӨФӨ БАЛАЛАР МЕДИЦИНА ОЙОШМАЛАРЫНА АВТОМОБИЛЬ ТАПШЫРҘЫЛАР "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Өфөнөң балалар медицина ойошмаларына ашығыс ярҙам күрһәтеү машиналары ҡайтарылды. Балаларға тәғәйенләнгән автомобилдәрҙең асҡыстары тантаналы шарттарҙа дауаханаларға тапшырылды. Тантанала БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм медицина ойошмаларының баш табиптары ҡатнашты. Ауырыу балаларға амбулатор шарттарҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә торған автомобилдәрҙе 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы, 2, 3, 4, 5, 6-сы балалар поликлиникалары алды. Александр Сидякин сығышында машиналарҙың Педиатр көнөндә һәм Бөтә донъя бала көнөндә тапшырылыуы символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Йыл аҙағына тиклем тағы алты ашығыс ярҙам автомобиле алыу планда тора.
Читайте нас: