+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 11:00

АЙЫҠ АҠЫЛЛЫЛАР ЮБИЛЕЙҘАРҘАН БАШ ТАРТА

Беҙ шуға өйрәнгәнбеҙ: йыл әйләнәһенә тип әйтерлек уйын-көлкө, байрамдар, туйҙар, юбилейҙар, тыуған көндәр үткәрелеп тора. Беҙҙең бәхеткә, хәҙер күптәр ундай байрамдарҙан баш тарта. Был тыйылыуҙарҙан, әлбиттә, шоу-бизнес вәкилдәре, популяр артистар ҙур финанс зыяны күрә.

АЙЫҠ АҠЫЛЛЫЛАР ЮБИЛЕЙҘАРҘАН БАШ ТАРТА Беҙ шуға өйрәнгәнбеҙ: йыл әйләнәһенә тип әйтерлек уйын-көлкө, байрамдар, туйҙар, юбилейҙар, тыуған көндәр үткәрелеп тора. Беҙҙең бәхеткә, хәҙер күптәр ундай байрамдарҙан баш тарта. Был тыйылыуҙарҙан, әлбиттә, шоу-бизнес вәкилдәре, популяр артистар ҙур финанс зыяны күрә. Беҙҙеңсә, кешеләрҙе күпләп йыйыуҙан, табындар ҡороуҙан, корпоративкаларҙан баш тартыусылар дөрөҫ эшләй. АҠШ-тың Мэн штатында булып үткән фажиғәләр йыйылырға, байрам итергә, туй мәжлестәре үткәрергә йыйыныусыларға киҫәтеү булып яңғыраһын. Бер ғаилә туй яһарға була һәм 55 кешене ҡунаҡҡа саҡыра. Туйҙа ҡатнашыусыларҙың береһе аҙнанан ашыу сирләп йөрөгән була. Йүтәлләүе, юғары температуралы булыуына ҡарамаҫтан, кеше араһында йөрөй, бөтәһе менән күрешә, ҡосаҡлаша, үбешә. Туйҙан һуң ике аҙна үтеүгә тәүге сирлеләр теркәлә һәм дауаханаға алына. Бер нисә ҡунаҡ сирҙе симптомһыҙ үткәрә, ләкин башҡаларға йоҡтороуын дауам итә. Бер ҡунаҡ өлкән йәштәгеләр пансионатында эшләй һәм 38 кешегә ауыр сирҙе йоҡтора. Икенсе берәү төрмәлә эшләй һәм 82 кешенең ауырып китеүенә сәбәпсе була. Төрмә тотҡондары ғына түгел, унда эшләүселәрҙең ғаилә ағзалары, ҡатындары, балалары сирләй башлай. Һөҙөмтәлә, сир 178 кешегә йоға. Өлкән йәштәгеләрҙән ете кеше вафат була. Ошо миҫал ғына ла ауырыуҙың ни тиклем мәкерле булыуы хаҡында һөйләй. Иҫән-һау булығыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Читайте нас: