+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 08:22

БАШҠОРТОСТАНДА ӘСӘЛӘР ЙҮНСЕЛЛЕККӘ ӨЙРӘНӘ

Һәр һалдат генерал булырға ынтылғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ эшен асырға хыялланалыр. Үҙеңә эшләү, үҙ ваҡытыңа үҙең хужа булыу – бик ылыҡтырғыс шарт шул. Тик хыял ғына етмәй, дыуамаллыҡ, тәүәккәллек кәрәк, уның янына башлап ебәрергә аҡсаһы, дөрөҫ юлдан барырға белеме кәрәк. Һәр кемдең ҡулынан килмәйҙер, әммә бик тырышҡанда, ныҡышмаллыҡ күрһәткәндә эш сығарып була. Хөкүмәт программаларына ла ҡолаҡ һалып йөрөргә кәрәк. Бына әле 19 ноябрҙә Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ йүнселлеген үҫтереү маҡсатын ҡуйған «Эшҡыуар әсә» тигән федераль белем биреү программаһы эшләй башланы. Унда алдан һайлап алыу иләге аша үткән иң яҡшы, иң ҡыҙыҡлы, төрлө форматлы 30 бизнес-проект ҡатнаша. Уҡыу түләүһеҙ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр.

БАШҠОРТОСТАНДА ӘСӘЛӘР ЙҮНСЕЛЛЕККӘ ӨЙРӘНӘ Һәр һалдат генерал булырға ынтылғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ эшен асырға хыялланалыр. Үҙеңә эшләү, үҙ ваҡытыңа үҙең хужа булыу – бик ылыҡтырғыс шарт шул. Тик хыял ғына етмәй, дыуамаллыҡ, тәүәккәллек кәрәк, уның янына башлап ебәрергә аҡсаһы, дөрөҫ юлдан барырға белеме кәрәк. Һәр кемдең ҡулынан килмәйҙер, әммә бик тырышҡанда, ныҡышмаллыҡ күрһәткәндә эш сығарып була. Хөкүмәт программаларына ла ҡолаҡ һалып йөрөргә кәрәк. Бына әле 19 ноябрҙә Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ йүнселлеген үҫтереү маҡсатын ҡуйған «Эшҡыуар әсә» тигән федераль белем биреү программаһы эшләй башланы. Унда алдан һайлап алыу иләге аша үткән иң яҡшы, иң ҡыҙыҡлы, төрлө форматлы 30 бизнес-проект ҡатнаша. Уҡыу түләүһеҙ. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр. «Эшҡыуар әсә» программаһы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә эшләй. Ул ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығы мөхитен нығытыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән, ҡатнашыусыларға был мөхитте эстән аңларға ярҙам итә. Программала ҡатнашыусылар биш көндә йәш эшҡыуар юлын үтәсәк: бизнес-план эшләү нигеҙҙәрен үҙләштереүҙән үҙҙәренең планын төҙөүгә тиклем барып етәсәктәр. Буласаҡ бизнес-ханымдар үтемле продукт эҙләргә, уның концепцияһын эшләргә, маркетинг һәм рекламалау нигеҙҙәренә, эшҡыуарлыҡтың финанс һәм юридик нескәлектәренә өйрәнәсәк. Курсты тамамлағанда һәр ҡатнашыусы проектын конкурсҡа тәҡдим итәсәк, һөҙөмтәләргә ҡарап, Amway фонды идеяны тормошҡа ашырыуҙы финанслаясаҡ. Еңеүсе 100 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Хыялдарға килгәндә, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 67 проценты үҙ эшен асыу мөмкинлеген ҡарай, шуның 88 проценты башлап китергә финанс мөмкинлеге юҡ тип иҫәпләй, 82 процент белем етешмәү арҡаһында тәүәккәлләй алмай. Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың 45 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Һәр өсөнсө проект – социаль проект.
Читайте нас: