+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 15:54
ТИҘ ҘӘ, ТӘМЛЕ ЛӘ. Соя соусында быҡтырылған тауыҡ бото
Еңел генә әҙерләп бешерелә торған сираттағы ризыҡ өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
6 аш ҡалағы соя соусы,
4 аш ҡалағы кетчуп,
2 аш ҡалағы бал,
2 балғалаҡ гәрсис,
4 теш һарымһаҡ (иҙеп).
Тәменә ҡарап тоҙ, борос һалырға, тик самалап - соя соусындағы тоҙҙо ла иҫәптә тоторға. Бөтәһен ҡушып болғатырға.
Тауыҡ боттарын табала еңелсә ҡурырға ла өҫтөнә соусты ҡойорға һәм һүрән утта бешеп сыҡҡансы (15-20 минут) быҡтырырға. Итте әйләндерергә онотмағыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы